Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2020, 13:04

Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК-ла урып-йыйыу эштәре ойошҡанлы бара. Быйыл предприятиеға 1100 гектарҙа иген культуралары һәм 860 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәрҙе йыйып алыу бурысы тора.

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК-ла урып-йыйыу эштәре ойошҡанлы бара. Быйыл предприятиеға 1100 гектарҙа иген культуралары һәм 860 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәрҙе йыйып алыу бурысы тора.
Әлеге миҙгелгә лә хужалыҡ юғары ки-мәлдә әҙерләнде, машина-техника һәм комбайн паркы мәлендә әҙерлек һыҙығына баҫтырылды, иген культураларын сабыуға өр-яңы ЖВП-6,4 урғысы һатып алынды. Ашлыҡ өлгөрөү менән игенселәр һоло сабыуға төштө.
Бөгөн предприятие баҫыуҙарында бөтә көс игенде юғалтыуһыҙ йыйып алыуға йүнәлтелгән. Ашлыҡты сабыуҙа механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин һәм Фәнил Ғәйетбаев, урып-һуғыуҙа комбайнсылар Биктимер Килдин, Ишмулла Сә-ғәҙәтов һәм Хәйҙәр Балхин фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ашлыҡты ташыуҙа водителдәр Наил Үҙәнбаев һәм Хәмит Тимербулатов, механизатор Илдар Гөлбәйетов һынатмай. Тейешле хеҙмәттәрҙең производствоны оҫта ойоштороуы, игенселәрҙең намыҫлы эше һөҙөмтәһендә әле баҫыу-ҡырҙарҙа бер минутҡа ла ураҡ туҡтамай. Бөтәһе 320 гектарҙа ашлыҡ сабылған, шуның 200 гектарында һуғып алынған.
Шуныһы һөйөнөслө, быйылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ аграрийҙарға ҡаты һынау ҡуйһа ла, Ленин исемендәге АХК-ла уңыш насарҙан түгел. Әйтәйек, 150 гектар биләгән “Уҫаҡ түше” баҫыуындағы һолоноң төшөмө 10,5 центнер булһа, 80 гектарҙағы “Культурный”ҙа иһә 15-кә еткән. Был иһә тейешле технологияларҙы файҙаланыу, ер тураһында даими хәстәрлек күреү, эшкә етди ҡараш тураһында һөйләй.
– Тәбиғәт ҡуйған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы миҙгелгә орлоҡ һәм фураж туплау, хужалыҡ ихтыяждарына тотоноу өсөн етерлек уңыш йыйып алырлыҡ бөтә мөмкинлектәр бар, – ти предприятиеның баш агрономы Урал Әхмәтйәнов. – Әле бөтә көс ошо уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алыуға йүнәлтелгән.
Азамат Мөхәмәтшин.
А. ЮЛДАШБАЕВ фотолары.
Читайте нас: