Бөтә яңылыҡтар
5 Август 2020, 01:29

Малы барҙың – һыйы бар

Һаҡмар ауылынан “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә лайыҡлы урынды биләй. Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән был предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса йылдың-йылы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, хеҙмәт ярыштарында еңеүҙәр яулай, “Йыл фермеры” булып таныла. Шуныһы һөйөнөслө, тап Илфат Сәфәрғәлиндың тырышлығы менән элекке “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар бүлексәһе яҙмыш ҡарамағына ташланманы, һаҡлап ҡалынды – бөгөн базаларҙа эш ҡайнай, биналар ремонтлана, уларҙа яңы производстволар асыла. Фермер хужалығы ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, халыҡты эш менән тәьмин итә.

Һаҡмар ауылынан “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә лайыҡлы урынды биләй. Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән был предприятие үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса йылдың-йылы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, хеҙмәт ярыштарында еңеүҙәр яулай, “Йыл фермеры” булып таныла.
Шуныһы һөйөнөслө, тап Илфат Сәфәрғәлиндың тырышлығы менән элекке “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар бүлексәһе яҙмыш ҡарамағына ташланманы, һаҡлап ҡалынды – бөгөн базаларҙа эш ҡайнай, биналар ремонтлана, уларҙа яңы производстволар асыла. Фермер хужалығы ауылдың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, халыҡты эш менән тәьмин итә.
Йылдың ауыл хеҙмәтсәне өсөн ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән предприятие ҡышлау миҙгеленә ныҡлы мал аҙығы базаһы менән инеренә шикләнмәй. Хужалыҡ тупаҫ аҙыҡ әҙерләүҙе күптән тамамланы – 200 тонна бесән тупланды. Әле бында бөтә көс сенаж һалыуға йүнәлтелгән. Сабыуҙа ДОН-680 комбайнында Хәкимйән Мәһәҙиев, КДП-3000 тағылмалы комбайнында Флүр Әминев, ЖВЗ-7 урғысында Фәнис Мортазин һәм Фәнил Әбүсәғитов, ташыуҙа механизаторҙар Зәбир һәм Ирек Баймөхәмәтовтар, водителдәр Рифат Сәфәрғәлин, Өлфәт Ямантаев, Илнур Юламанов, Сәғит Йәһүҙиндар хеҙмәт батырлығы күрһәтә. Бесәнлектә йәшел массаны тапатыу Сәлимйән Ильясовҡа ышанып тапшырылған. Бында барлығы 1000 тонна һутлыҡ аҙыҡ һалыу маҡсат итеп ҡуйыла. Был иһә 270 баш һыйыр малын, шул иҫәптән 120 һауын һыйырын, имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк.
Бер үк ваҡытта Илфат Сәфәрғәлиндың тырышлығы менән Һаҡмар ауылында яңы производствоға нигеҙ һалына – тиҙҙән ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса кооператив үҙ эшен башлаясаҡ. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы буйынса әле яңы цехты файҙаланыуға тапшырыу өсөн эш аҙағына яҡынлаша. Элекке бүлексә контораһы һәм ашханаһы булып хеҙмәт иткән бина бөгөн капиталь ремонтлана. Уның тәҙрәләре-ишектәре яңыртыла, иҙәненә плитка түшәлә. Бында эш Урал Буранбаевҡа йөкмәтелгән. Быйыл көҙ производство үҙенең тәүге продукцияһын сығара башлаясаҡ. Ә цех өсөн сеймал хужалыҡтың үҙенән алынасаҡ.
Бер үк ваҡытта “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы баҫыуҙарында ашлыҡ та өлгөрә. Яңы уңыш өмөттәрҙе аҡламаһа ла, предприятиела сәселгән иген культуралары йылына күрә насарҙан түгел. Тимәк, етерлек орлоҡ һәм фураж туплау өсөн мөмкинлектәр бар.

Читайте нас: