Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районының ауыл хужалығы предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре старт алды. Ленин исемендәге АХК, "В. Н. Землянский", "Б.Ф. Миңлебаев" КФХ-ларында, "Юрта"ЯСЙ-һы, "Тарасовтар" компанияһы иген һәм техник культуралар сабыуға һәм урып-һуғыуға төштө.
Билдәле булыуынса, быйыл тәбиғәт беҙҙең төбәк аграрийҙарына ҡаты һынау ҡуйҙы - аяуһыҙ ҡоролоҡ, ҡатмарлы фитосанитар хәл, ике айҙан ашыу яуым-төшөм булмауы, июлдәге аномаль эҫелек ауыл хужалығы культураларының үҫешенә кире йоғонто яһаны. Бына шундай хәтәр шарттарҙа ла ауыл хеҙмәтсәне баҙап ҡалманы, бөтә көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтте һәм, әйтергә кәрәк, ҡышҡа етерлек бесән һәм сенаж туплай алды. Әле уңыш бирерҙәй баҫыуҙарҙа ашлыҡты йыйып алыу өсөн хеҙмәт фронты йәйелдерелде.
Бөгөн райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов район баҫмалары журналистары менән төбәк хужалыҡтарында булып, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәренең барышын ҡараны. Ул хужалыҡ етәкселәренә үҙенең фекер-тәҡдимдәрен еткерҙе, үҫемлекселек тармағы буйынса маҡсаттарҙы билдәләне.
Юлыҡтан Барис менән Барый Миңлебаевтар етәкләгән фермер хужалығы, төпкөлдә булыуына ҡарамаҫтан, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә. Хужалыҡ 1000 гектарҙа арпа, бойҙай, һоло һәм майлы культура - ужым шипкәне үҫтерә һәм яҡшы уңыш үҫтереп ала.
Ужым шипкәне (русса - озимый рыжик) - донъя кимәлендә, айырыуса Европа илдәрендә ҙур һорау менән файҙаланған иҡтисади табышлы культура. Уның тоннаһын 18-20 мең һум менән һатып алалар. Тимәк, иген культураларына ҡарағанда уны үҫтереү ике тапҡырға отошлораҡ.
Миңлебаевтар был культураны былтыр тәүләп сәсеп ҡарай һәм 40 гектарҙан 20 тонна уңыш йыйып ала. Быйыл инде фермерҙар уның майҙанын 150 гектарға еткерә.
Бөгөн шипкәнде йыйып алыуға яңы "Енисей" комбайны йәлеп ителгән, унда Барый Миңлебаев эшләй. Һуғылған уңышты ташыу механизаторҙар Байрас Япанов һәм Рәсих Миңлебаевҡа ышанып тапшырылған. Әйткәндәй, Барис менән Барый Миңлебаевтар гектарынан кәмендә 8-9 центнер төшөм алырға иҫәп тота.
Хужалыҡ мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерләнгән, барлығы 500 тонна бесән туплаған. Был 300 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Етерлек фураж да әҙерләргә иҫәп тота был уңған егеттәр.
Бер үк ваҡытта малсылыҡ базаларын яңы миҙгелгә әҙерләү дауам итә - әле бер һыйыр аҙбарының ҡыйығы яңыртыла, башҡа ремонт эштәре башҡарыла.
Барис Фәйрүз улының тырышлығы менән элекке хужалыҡтың базалары туҙҙырылманы, һаҡлап ҡалынды - бөгөн уларҙа фермер производствоны үҫтерә, ауыл кешеләре өсөн эш урындары булдыра, яңы уй-ниәттәр менән янып йәшәй. Ошондай уңған егеттәр арабыҙҙа күберәк булһын!