Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Июль 2020, 02:35

Маҡсат – 10 мең тонна

Аномаль эҫелек, яуым-төшөм булмауы арҡаһында йәнә лә аяуһыҙ ҡоролоҡҡа дусар булған район аграрийҙары әле бөтә көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтте. Тәбиғәт ҡаты һынау ҡуйһа ла, ауыл хеҙмәтсәне мал ҡышлатыу миҙгеленә етерлек аҙыҡ туплау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы баҫыуҙарында ла бөгөн мал аҙығы әҙерләү әүҙем дауам итә.

Аномаль эҫелек, яуым-төшөм булмауы арҡаһында йәнә лә аяуһыҙ ҡоролоҡҡа дусар булған район аграрийҙары әле бөтә көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтте. Тәбиғәт ҡаты һынау ҡуйһа ла, ауыл хеҙмәтсәне мал ҡышлатыу миҙгеленә етерлек аҙыҡ туплау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы баҫыуҙарында ла бөгөн мал аҙығы әҙерләү әүҙем дауам итә.
МТС ҡарамағындағы “Күлтабан” һөт етештереү комплексында 980 баш мал аҫралып, шуның 550-һен һауын көтөүе тәшкил итә. Малды имен ҡышлатыу өсөн быйыл кәмендә 10 мең тонна һутлы аҙыҡ әҙерләү талап ителә – бына ошондай маҡсат ҡуйылған сенажсылар звеноһына.
Комплекс директоры Александр Пономарев һәм предприятиеның агроном-технологы Илшат Ғафаров оҙатыуында баҫыуҙарҙа булғанда, бында кампанияның ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ. Мал аҙығы әҙерләүҙә ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары эшләй. Йәшел массаны сабыуҙа МакДон агрегатында Айсыуаҡ Тулыбаев, тырматыуҙа МТЗ-82.1 тракторында Александр Хренов, йыйыуҙа КВК-800 комбайнында Ильяс Лотфуллин, ташыуҙа ДжонДир тракторҙарында Әғзәм Мәүлетҡолов, Ринат Хәсәнов, водитель Юнир Солтанғазин үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡара. Сенажды тапатыуҙа алдынғы механизатор Сафа Халиҡов һәм Рауил Асадуллин һынатмай.
Илшат Ғафаров билдәләүенсә, быйыл 588 гектарҙағы һоло, 576 гектарҙағы бер йыллыҡ үләндәр, 643 гектарҙағы кукуруз һәм 576 гектарҙағы судан үләненән сенаж әҙерләү бурысы тора. Предприятиела йәшел масса туплауҙың тәүге этабы июндә үткәрелгән, унда күстерә, люцерна һәм эспарцеттан барлығы 1322 тонна сифатлы аҙыҡ тупланған.Әле сенажсылар звеноһы һоло баҫыуҙарында эшләй, көн дә комплекс бесәнлегенә 160 тонна йәшел масса индерелә һәм һалына. Әйткәндәй, сенаж һалғанда барлыҡ тейешле технологиялар файҙаланыла, тимәк, уның сифаты ла яҡшы буласаҡ.
-Яуым-төшөм булмауы, һуңғы осорҙағы аяуһыҙ эҫе көндәр арҡаһында сәсеүлектәр ҙур зыян күрҙе, - ти Илшат Булат улы. - Шуның өсөн кәрәкле күләмде йыйып алыу еңелдән булмаясаҡ. Ямғырҙар яуһа, хәл дә ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип өмөтләнәбеҙ. Нисек кенә булмаһын, кәрәкле күләмдә аҙыҡ әҙерләү һәм малды имен ҡышлатыу төп бурыс булып ҡала.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: