Бөтә яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 09:20

Ауылға булған һөйөү эштә күренә

3250 кеше йәшәгән Иҫке Сибай ауылында бөгөн тормош гөрләй.

Иҫке Сибайҙа яҡынса 3250 кеше йәшәй. Бөгөн дә күпселек Сибай ҡалаһына йөрөп эшләй. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл врач-амбулатория, сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт йорто, “Урал аръяғы” МТС-ы эшләй. Яҡын арала дарыухананың асылыуы көтөлә.
- Ауылды төҙөкләндереү, йәшелләндереүгә айырым иғтибар бирергә тырышабыҙ, - тине Сибай ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев. – Һәр учреждениеға айырым биләмә беркетелгән. “Таҙа кесеаҙна”ны көтөп тормайбыҙ. Кәрәк икән, башҡа көндәрҙә лә сығып эшләйбеҙ. Шуныһы ҡыуандыра, һуңғы йылдары экологик өмәләрҙә халыҡ та әүҙем ҡатнаша башланы. Ошо көндәрҙә зыяратта төҙөкләндереү эштәре тамамланды, ҡоймалары буялды. Районда иғлан ителгән “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһына ҡушылып, ауыл эргәһенән аҡҡан Ҡарағайлы йылғаһының тирә-яғы сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Сик буйы һаҡсылары үҙҙәренең арт-объектын булдырҙы. Быйыл тағы ла сәнғәт мәктәбе ҡаршыһындағы Салауат Юлаев һәйкәленең постаментын төҙөкләндерәсәкбеҙ.
“Ҡый” реформаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ауылда 3 ҡый түгеү майҙансығы булдырылған. Быйыл тағы ла 4 урынға контейнер ултыртыласаҡ. Сүп-сар аҙнаһына бер тапҡыр сығарыла. Район хакимиәтенең ярҙамы менән ауылдың дөйөм ҡыйлығын рекультивацияланасаҡ. Документация эштәре тамамланған, подрядсы ойошма билдәләнгән.
Юлдарҙы төҙөкләндереү маҡсатында рәсми рәүештә ауыл биләмәһенең таш сығарыу карьеры булдырылған. Дөйөм алғанда юлдар оҙонлоғо 55 километр тәшкил итә. Быйыл асфальт япмалы юлдарҙағы 400 кв.метр майҙанда соҡорҙарҙы бөтөрөү эше ҡаралған. Юлдарҙы төҙөкләндереүҙә, ҡышҡыһын ҡарҙан таҙартыуға ауыл хакимиәте балансындағы МТЗ-82 һәм ДТ-75 тракторҙарының файҙаһы ҙур.
Быйыл ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған обелиск яңыртылған. Уның тирә-яғындағы ағастар алып ташланып, миләш, шыршы үҫентеләре ултыртылған. Әйткәндәй, ошондай уҡ күләмле эштәр Дәүләт һәм Калинин ауылдарында ла башҡарылған.
Ауыл эргәһендәге урмандағы ҡороған ағастарҙы йыйып алыу маҡсатында ике тапҡыр экологик өмәлә ойошторолған. Артабан төҙөлөштә файҙаланырлыҡ бағаналыҡ ағастар йыйып алынған. Улар ауылдағы сквер, аллеяларҙы, күп ҡатлы йорт алдындағы баҡсаларҙың ҡоймаларын яңыртыу өсөн тотоноласаҡ.
Төҙөкләндереү эштәре башҡа социаль объекттарҙа ла бара. Уҙған йылдарҙа мәҙәниәт йортона эсәр һыу һәм һыу сығарыу селтәре һалынған, бәҙрәф булдырылған. Шундай уҡ күләмдәге эштәр ошо көндәрҙә сәнғәт мәктәбендә лә башланасаҡ. Әйткәндәй, иҫке мәктәптең спорт залының иҙәне мәҙәниәт йортона күсереп һалынасаҡ. Унда шулай уҡ тотош сәхнәне яңыртыу, стеналарҙы ҡайтанан буяу-һылау эштәре башҡарыласаҡ, ишектәр яңыртыласаҡ. Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ярҙамында тәҙрәләре яңыртылған.
Ошо көндәрҙә ауылдың, дөйөм алғанда 8,656 км һуҙылған,
Ш.Сибаев, Шайморатов, Ленин, Гагарин, Күсәбаев, Совет урамдарындағы соҡорҙар ремонтланды. Йәғни, 400 кв. м майҙанды тәшкил иткән 200 соҡор ямалды.
Читайте нас: