Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 13:37

Рәсәй көнөнә ҡарата «Турецкий хоры» виртуаль концерт күрһәтә

12 июндә 12:30 сәғәттә БСТ каналында Рәсәй көнөнә арналған шәп концерт була. Унда Турецкий Хоры Башҡортостан халҡы өсөн махсус сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, был Башҡортостан Хөкүмәте һәм Турецкий хорынан бүләк. Программала бер нисә быуындың яратҡан йырҙары яңғырай. Рәсәй халыҡ артисы Михаил Турецкий:- Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һәм яратҡан ҡояшлы Башҡортостан Республикаһы! Беҙ һеҙҙе һағынабыҙ. Әммә килергә мөмкинлек юҡ. Шуға ла һеҙҙең менән виртуаль осрашыу ойошторорға ҡарар иттек. Экрандарға ҡарап та энергетика көсөн тойоу мөмкиндер, тип уйлайым. Рәсәй йырҙары - күп милләтле илдең йөрәге. Был матур байрамда бергә була алыуыбыҙға шатмын!Концерттың махсус ҡунағы – ҡатын-ҡыҙҙар арт-төркөмө SOPRANO. Музыкаль комплимент булараҡ төркөм солисы башҡорт телендә композияция башҡарасаҡ. 

12 июндә 12:30 сәғәттә БСТ каналында Рәсәй көнөнә арналған шәп концерт була. Унда Турецкий Хоры Башҡортостан халҡы өсөн махсус сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, был Башҡортостан Хөкүмәте һәм Турецкий хорынан бүләк.
Программала бер нисә быуындың яратҡан йырҙары яңғырай.
Рәсәй халыҡ артисы Михаил Турецкий:
- Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һәм яратҡан ҡояшлы Башҡортостан Республикаһы! Беҙ һеҙҙе һағынабыҙ. Әммә килергә мөмкинлек юҡ. Шуға ла һеҙҙең менән виртуаль осрашыу ойошторорға ҡарар иттек. Экрандарға ҡарап та энергетика көсөн тойоу мөмкиндер, тип уйлайым. Рәсәй йырҙары - күп милләтле илдең йөрәге. Был матур байрамда бергә була алыуыбыҙға шатмын!
Концерттың махсус ҡунағы – ҡатын-ҡыҙҙар арт-төркөмө SOPRANO. Музыкаль комплимент булараҡ төркөм солисы башҡорт телендә композияция башҡарасаҡ.
Читайте нас: