Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 23:45
Өмөтбайҙар күпер һалды
Республикабыҙҙа иғлан ителеп, аҙна һайын үткәрелгән "Таҙа кесаҙна"ла экологик өмәгә сығыумы, төҙөкләндереү эштәре менән булышыумы - өмөтбайҙар өсөн ғәҙәти күренеш.
Республикабыҙҙа иғлан ителеп, аҙна һайын үткәрелгән "Таҙа кесаҙна " ла экологик өмәгә сығыумы, төҙөкләндереү эштәре менән булышыумы - былар барыһыла Өмөтбай уңған ир - егеттәре, ҡатын - ҡыҙҙары өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Әле бөгөн ауылдаштарым Һаҡмар йылғаһы аша һалынған баҫманы йүнәтергә сыҡтылар. Ике ярҙы тоташтырыусы күпер, баҫма халҡымдың иң изге урыны булып, ә уны йүнәтеү иң сауаплы эштәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Күпер - баҫманан сығыусы һәр кем уны эшләгән кешегә рәхмәтен әйтеп, матур теләктәрен әйтеп сыға. Ауыл мәктәбенә, фельдшер-акушерлыҡ пунктына, ауыл китапханаһына - бөтә ауыл халҡы тиерлек ошо баҫманан йөрөй. Ә бөгөн уны ремонтлаған ир - егеттәребеҙ: ауыл хакимиәте депутаты Тимерғәле Рахматуллин, ауылда үткән барлыҡ өмәләрҙә ихлас ҡатнашыусылар Венер Мәсәлимов, Азамат Ғүмәров, Даян Бүләков. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Саптаров хәстәрләгән материалдарҙы , староста Зиннур Көмөшбаев шәхси тракторында алып килһә, Рәмзил Садыков таҡта бысып биргән, урта мәктәп мөдире Вәлимә Зәйнуллина сөй менән ярҙам иткән. "Эшләгән кешегә эш ҡарышмай" тип халҡым бик дөрөҫ әйткән. Бына ошондай уңған ауылдаштарым булғанда ауылда барлыҡ эштәребеҙ ырап бара, ауылыбыҙ йәмләнә.
Әнүзә Мәжитова,
"Әүлиә" ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи