Бөтә яңылыҡтар
20 Май 2020, 19:35

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Данлыҡлы “Йылайыр” совхозы тарихта ҡалһа ла, иген фабрикаһы биләгән баҫыуҙарҙа “тормош” туҡтағаны юҡ - “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы һәм Йылайыр ауыл биләмәһе фермерҙары тарафынан уларҙа ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә. Сосновка ауылында ла элекке хужалыҡ традицияларын уңышлы дауам иткән фермерҙар эшләй. Рәмил Якиев менән Нур Рәхмәтуллин тап шундайҙарҙан һанала. Ошонда тыуып үҫкән был ике уңған егеттең барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған ере менән тығыҙ бәйле.

Рәмил Тәлғәт улы урындағы мәктәпте, “Йылайыр” совхоз-техникумын тамамлағас, хужалыҡ тарҡалғанға ҡәҙәр предприятиела эшләй. Сосновка бүлексәһендә агроном, унан идарасы була. Артабан үҙенең фермер хужалығын ойоштора. Бөгөн ул 300 гектар майҙанда төрлө культуралар сәсә, уларҙан яҡшы уңыш үҫтереп ала.
Нур иһә атаһы – Сосновка бүлексәһенең данлыҡлы механизаторы Нуриман Рәхмәтуллиндың хеҙмәт юлын уңышлы дауам итте – бынан ун йыл элек үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын булдыра һәм 500 гектарҙа иген, техник культуралар үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә.
Рәмил Якиев менән Нур Рәхмәтуллин тыуған ауылын үҫтереүгә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә көстәрен йәлләмәй. Төрлө саралар ойоштороуға ла улар аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр, ти халыҡ мәҡәле. Ул тап ошо уңған фермерҙарға ҡарата төбәп әйтелгән кеүек.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: