Бөтә яңылыҡтар
19 Май 2020, 13:21

Иртә сәсһәң – уңырһың, Һуңға ҡалһаң – туңырһың

Тап шулай тип юҡҡа ғына әйтмәгән башҡорт халҡы. Хәйер, был әйтемдең дөрөҫлөгө беҙҙең Урал аръяғы төбәгенә тап килеп тора кеүек. Иген үҫтереү беҙҙең төбәктә бер ҡасан да еңел булмаған. Һуңғы йылдарҙа айырыуса ауырға тура килә крәҫтиәнгә. Даими рәүештә ҡабатланған ҡоролоҡ, ҡатмарлы фитосанитар хәл, аҙып-туҙып йөрөгән мал сәсеүлектәргә иҫ китмәле ҙур зыян килтерә. Яуым-төшөмдөң бик аҙ булыуы ла сәсеүҙе тиҙ тамамлау, дым ҡаплау сараларын мотлаҡ атҡарыу бурысын ҡуя. Һуңлаһаң, ашлыҡһыҙ ҡалыуың да ихтимал. Ярай әле быйыл тәбиғәт ямғырҙары менән ҡыуандыра...

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында бөгөн бөтә көс яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлтелгән. Хакимиәттең ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле яҙғы сәсеү район буйынса 52 процент тәшкил итә. Ҡайһы бер фермер хужалыҡтары сәсеү эштәрен теүәлләне лә инде. Татлыбайҙан “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы ла яҙғы баҫыу эштәрен оптималь ваҡытта, тейешле технологиялар нигеҙендә һәм иң тәүгеләрҙән булып тамамланы.
Быйыл предприятиеға 600 гектарҙа иген һәм техник культуралар, йәғни 274 гектарҙа бойҙай, 150 гектарҙа арпа һәм ҡалғанында етен сәсеү бурысы тора. Әле бында яҙғы баҫыу эштәре дәррәү бара, сәсеүҙә механизатор Мөхтәр Сөләймәнов, тырматыуҙа һәм катоклауҙа Зекерйә Әширбаев һынатмай.
Ғәҙел Фәйзи улы – белемле, алдынғы ҡарашлы, өмөтлө фермерҙарҙың береһе. Ул етәкләгән бәләкәй предприятие йылдан-йыл үҙенең иҡтисади һәм техник потенциалын нығыта, тотороҡло үҫешә, производствоның яңы тармаҡтарын үҙләштереү өсөн маҡсатлы эш алып бара.
Ауылдарыбыҙҙың киләсәген беҙ Радик Ишмуллин һәм Ғәҙел Рәхмәтуллин кеүек уңған фермерҙар йөҙөндә күрәбеҙ. Сөнки хужалыҡ булһа, ауылы ла йәшәр, уның киләсәге лә булыр.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: