Бөтә яңылыҡтар
6 Май 2020, 17:35

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Хәйҙәр Миннеәхәт улы - тәжрибәле фермер. Ул бар ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, оҙаҡ йылдар "Һаҡмар" колхозының баш агрономы булып эшләй. Байтаҡ йылдар инде ул иген культуралары үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Быйыл да ул, барлыҡ техника-агрегаттарҙы мәлендә әҙерлек һыҙығына баҫтырып, иң тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө. Барлығы 217 гектарҙа иген культуралары сәсеү күҙ уңында тотола. Сәсеүҙә ҡамыл сәскестәре менән Ғәзим Биктимеров һәм Барый Байегетов һынатмай.

Районда иң мөһим ауыл хужалығы кампанияларының береһе - яҙғы баҫыу эштәре киң ҡолас ала. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле яҙғы сәсеү район буйынса 7 процент тәшкил итә. Йомаштан Хәйҙәр Килдеғошов һәм Ишмырҙанан Радик Рәсүлев етәкләгән фермер хужалыҡтарында кампания айырыуса ойошҡанлы бара. Быға Йомаш һәм Ишмырҙа ауыл биләмәләрендәге фермер хужалыҡтарының эшмәкәрлеге менән танышҡан райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов һәм "Һаҡмар" гәзите журналистары тағы бер ҡат инанды.

Хәйҙәр Миннеәхәт улы - тәжрибәле фермер. Ул бар ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, оҙаҡ йылдар "Һаҡмар" колхозының баш агрономы булып эшләй. Байтаҡ йылдар инде ул иген культуралары үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Быйыл да ул, барлыҡ техника-агрегаттарҙы мәлендә әҙерлек һыҙығына баҫтырып, иң тәүгеләрҙән булып сәсеүгә төштө. Барлығы 217 гектарҙа иген культуралары сәсеү күҙ уңында тотола. Сәсеүҙә ҡамыл сәскестәре менән Ғәзим Биктимеров һәм Барый Байегетов һынатмай.

Фермер хужалығы орлоҡ фондын яңыртыу, сәсеүлектәр тураһында даими хәстәрлек күрә, былтыр бар майҙандар кәртәләп алынған. Шунһыҙ был тарафтарҙа яҡшы уңышҡа ирешеү мөмкин түгел - берәҙәк мал бар эшеңде юҡҡа сығара.

Радик Рәсүлев етәкләгән КФХ-ла сәсеү ойошҡанлы бара. Хужалыҡ миҙгелгә яҡшы әҙерләнде: бойҙайҙың, арпаның элиталы сорттары, шулай уҡ рапс, кәрешкә, донник орлоғо һатып алынды, техника-агрегаттар тураһында хәстәрлек күрелде. Әле бында бөтә көс сәсеүгә йүнәлтелгән. Сәсеүҙә Т-150 К тракторҙарында механизаторҙар Илшат Тусалин һәм Рәил Ямантаев, орлоҡ ташыуҙа Илшат Рәсүлев, Ғәле Манышев, тырматыуҙа Рөстәм Мырҙабулатов һынатмай. Ырҙын табағында Зәкирә Сапарова һәм Илшат Сәйетҡолов орлоҡ таҙартыу, уны баҫыуға оҙатыу эштәрен яҡшы ойоштора.

Әле хужалыҡта яҙғы сәсеү планға ҡарата 18 процент тәшкил итә. Сәсеү майҙандары структураһы бында 1200 гектарҙы биләй, бөгөнгә 75 гектарҙа - етен, 65 гектарҙа кәрешкә-һоло-бойҙай ҡатнашмаһы, 120 гектарҙа һоло сәселгән.

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Атап үтелгән хужалыҡтар миҙгелдең һәр минутын һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн бар көсөн һала.

АЗАМАТ МӨХӘМӘТШИН.

Читайте нас: