Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 15:30

Сыңғыҙҙың уңған фермеры

Сыңғыҙ ауылынан Нияз Уразбаевты районда тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ яҡшы беләләр. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары буйынса махсуслашҡан предприятиелағы эштәрҙе тейешле кимәлдә ойоштороуҙан тыш, Нияз Рәжәп улы Таулыҡай ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡорон етәкләргә лә, ауыл Советы депутаты вазифаһын башҡарырға ла өлгөрә.

Фермер хужалығы асҡанға ҡәҙәр Нияз Уразбаев Ленин исемендәге АХК-ла водитель булып эшләй, унан һуң техника һатып алып, эшҡыуарлыҡҡа тотона. Яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләргә ныҡлы ҡарар иткән егет бынан ун дүрт йыл элек крәҫтиән-фермер хужалығы булдыра. Малсылыҡ тармағына тотонорға ҡарар итә ул. Яңы эш башлауға шәхси хужалыҡта аҫралған мал да булышлыҡ итә. Йылдар үтә килә бәләкәй предприятие үҫешә: мал да ишәйә, техника паркы ла техника һәм ауыл хужалығы машиналары менән тулылана.
Малсылыҡты үҫемлекселек тармағынан тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ошоно күҙ уңында тотоп, Нияз Рәжәп улы бынан ун йыл элек иген культуралары сәсеүгә лә тотона һәм бөгөнгәсә был йүнәлеш менән уңышлы шөғөлләнә. Ҡуртымға алынған пай ерҙәрендә фермер арпа, һоло, сенаж өсөн кәрешкә-һоло ҡатнашмаһы үҫтерә.
Производствоны киңәйтеү һәм ҡеүәттәрен арттырыу маҡсатында Н. Уразбаев 2012 йылда “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнаша һәм дәүләт ярҙамына 50 баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ базаһы төҙөп ултырта. Ошо йылдар эсендә фермер хужалығы тотороҡло үҫеп, мал һаны 70 башҡа етте, техника паркы ла яңырыу кисерҙе. Бөгөн инде “Н.Р. Уразбаев” КФХ-һы ҡеүәтле матди-техник базаһы булған заманса предприятиеларҙың береһе. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тамамланған, әле техника-агрегаттарҙы һынау-көйләү эштәре бара. Ремонт эштәрендә Әнүәр Моталлапов, механизаторҙар Илдар Уразбаев һәм Фәнис Хәмитов, водитель Фаил Әхмәтов һынатмаған. “Яңы миҙгелгә тулыһынса әҙербеҙ, - ти Нияз Рәжәп улы, - техника паркынан тыш, орлоҡ фонды, яғыулыҡ-майлау материалдары тураһында алдан хәстәрлек күрелде. Быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”.
Билдәле булыуынса, быйыл Сыңғыҙҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреләсәк. Әле был мөһим сараға әҙерлек эштәре дауам итә. Байрамды лайыҡлы ҡаршы алыуға Таулыҡай ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе, ауыл Советы депутаты Нияз Уразбаев үҙенең тос өлөшөн индерә. Тап уның ойоштороуында үткән аҙнала ғына Сыңғыҙ ауылы урамдарына 55 йөк ҡырсынташ түшәлгән, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск асыу буйынса эш башланған.
Ир-егеттәр ҡоро тырышлығы менән ауылға ингән урында былтыр барлыҡҡа килгән аллеяла “Йәшел Башҡортостан” һәм “Мул һыулы Һаҡмар” акциялары сиктәрендә ағастар ултыртыу һәм уның ҡоймаларын буяу күҙ уңында тотола. Был эшкә ошо арала тотонасаҡтар.
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: Нияз Уразбаев (һулдан икенсе) Әнүәр Моталлапов, Илдар Уразбаев һәм Фаил Әхмәтов менән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: