Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 23:32

Маҡсатлы эштең һөҙөмтәһе лә бар

Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын үҫтереү буйынса районда ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә лә иң һөҙөмтәле эшләүсе фермерҙарҙан һанала. Был ҡеүәтле һәм заман шарттарына ҡулайлашып үҫешкән предприятие халыҡты йылдың-йылы сифатлы ҡош-ҡорт менән тәьмин итә, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра, меценатлыҡ өлгөһө булып тора.

Һуңғы йылдарҙа фермер хужалығы иген культуралары үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә башланы. Әлбиттә, был етди аҙымға хужалыҡ ныҡлы һәм өр-яңы матди-техник база, тейешле әҙерлек менән баҫты һәм был йүнәлештә уңышлы эшләй. Техник потенциалды заманса һәм юғары етештереүсәнле трактор-агрегаттар менән даими нығытыу, ер тураһында айырым хәстәрлек күреү, орлоҡ фондын яңыртыу һәм яңы сорттарға өҫтөнлөк биреү үҙенең тос емештәрен бирә. Предприятие баҫыу кампаниялары йомғаҡтары буйынса район кимәлендә күп тапҡырҙар еңеүсе булып танылды.
Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен дә фермер хужалығы яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала: сифатлы орлоҡ фонды тупланған, әле уны ағыулау эштәре дауам итә, техника-агрегаттар һынау-көйләү режимын үтте, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Механизаторҙар Альберт Туйканов һәм Ҡадир Ғәбитов, водитель Александр Марущяк һәм баш агроном Арсен Байымовтың тырышлығы менән барлыҡ сәсеү комплексы яңы миҙгелгә әҙер.
Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәмил Байрамғолов билдәләүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә “Агратор-8400” юғары етештереүсәнле сәсеү комплексы менән ҡеүәтле К-744 тракторы йәлеп ителәсәк. Сәсеү майҙандары быйыл 650 гектарҙы биләп, уларҙа бойҙай, арпа һәм һоло үҫтереләсәк.
“Р.Р. Байрамғолов” КФХ-һының быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығып, мул уңыш үҫтереп алырына шикләнмәҫкә мөмкин. Сөнки маҡсатлы эштең һәр саҡ һөҙөмтәһе була.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: