Бөтә яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 17:35

Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ

Һаҡмар ауылынан “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләп торған предприятиеларҙың береһе. Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, үҙенең производство ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра бара. Был предприятие район кимәлендәге хеҙмәт ярыштарында ла һынатмай, һуңғы йылдарҙа иң тотороҡло эшләүселәр рәтенә баҫты.

Һаҡмар ауылынан “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләп торған предприятиеларҙың береһе. Илфат Шәфҡәт улы етәкләгән фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, үҙенең производство ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра бара. Был предприятие район кимәлендәге хеҙмәт ярыштарында ла һынатмай, һуңғы йылдарҙа иң тотороҡло эшләүселәр рәтенә баҫты.

Шуныһы һөйөнөслө, элекке “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар бүлексәһе яҙмыш ҡарамағына ташланманы, тап Илфат Шәфҡәт улының тырышлығы, уңғанлығы менән базалар һаҡлап ҡалынды, әле уларҙа производство гөрләп тора. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тап ошо фермер хужалығы малсылыҡты үрсетеү, иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү, яңы производство объекттары төҙөү буйынса һуңғы йылдарҙа иң әүҙем эшләгән предприятие булып танылды. “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һының һуңғы осорҙа “Йыл фермеры” булып танылыуы ла тап шул хаҡта һөйләй.

Яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәрен дә хужалыҡ яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала. Яңы миҙгелгә әҙерлек бында үткән көҙ үк башланды һәм байтаҡ эштәр бойомға ашырылды: етерлек орлоҡ фонды тупланды, шул уҡ ваҡытта күстерә үләне һәм кукуруз орлоғо һатып алынды, ауыл хужалығы машиналары ремонтланды. Техник потенциалды яңыртыу әүҙем дауам итте – быйыл яҙ юғары етештереүсәнле яңы “омичка” сәскесе һатып алынды.

Алдынғы механизаторҙар Ирек Баймөхәмәтов, Зәбир Баймөхәмәтов һәм Игорь Кичигиндың тырышлығы менән сәсеүгә йәлеп ителәсәк техника һәм агрегаттар мәлендә әҙерлек һыҙығына баҫтырылды. Әйткәндәй, сәсеүҙә Т-150 К тракторы менән “омичка” ҡамыл сәскесе, МТЗ-82.1 тракторы менән рәт сәскесе, шулай уҡ ике агрегат тырма, бер каток һәм орлоҡ ташыуҙа ГАЗ-53 автомашинаһы һәм МТЗ-82.1 тракторы эшләйәсәк. Уларҙың барыһы ла водитель-механизаторҙар менән комплектланған.

Быйыл хужалыҡҡа 630 гектарҙа яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы тора. Шуның 200 гектарын һоло, 100 гектарын арпа, 30 гектарын бойҙай, 200 гектарын рапс, 50-шәр гектарын күстерә һәм кукуруз тәшкил итәсәк.

-Беҙҙең предприятие яңы миҙгелгә тулыһынса әҙер, - тип билдәләй Илфат Шәфҡәт улы, - майҙандар өлгөрөү менән яҙғы баҫыу эштәренә тотонасаҡбыҙ. Сәсеүҙе ойошҡанлы атҡарып сығыу өсөн мөмкинлектәр етерлек.

Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы иңенә төшкән эш тә етерлек, тимәк, алынасаҡ табыш та мул буласаҡ, тип күҙалларға мөмкин. Етмәһә, тиҙҙән тап уның тырышлығы Һаҡмарҙа өр-яңы производство – ит ярымфабрикаттары етештереүсе кооператив үҙ эшен башлаясаҡ. Әле бында бинаны әҙерләү эштәре башланып тора.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: И.Сәфәрғәлин (уртала) И.Баймөхәмәтов, З.Баймөхәмәтов һәм И.Кичигин менән.

Автор фотоһы.

Читайте нас: