Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 00:45

Буранбайҙар селтәр әҙерләй

"Оҫта ҡулдар" түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙең уйҙары ла, теләктәре лә уртаҡ. #национальныепроекты

Буранбай ауылы китапханаһы эргәһендә күптән түгел уңған ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан "Оҫта ҡулдар" түңәрәге ойошторолғайны. Улар бергә осрашып, донъя көтөү серҙәре менән уртаҡлаша. "Түңәрәк өҫтәл" етәксеһе Зәкиә Ғәйетбаева әхирәттәрен яңы китаптар менән дә таныштырып һөйөндөрә.
Был юлы Буранбайҙың уңған хужабикәләрен Усманова Зинфира менән Үтәбаева Альбина селтәр эшләү серҙәренә өйрәтте. Бөгөн уның тәүге алымдары үҙләштерелде. Яҡын арала уларҙың селтәрҙәрен эшләп бөтөп, күргәҙмә ойоштороуҙарын көтөп ҡалабыҙ. Кемдең селтәре иң матуры булыр икән? Уңған ханымдарға уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: