Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 11:25

Боҙҙа - быйма кейгән ҡыҙҙар

Иҫке Сибай ауылында хоккей ярышы йыш уҙа. Был юлы боҙға быйма кейгән ауылдың ҡыҙҙары сыҡты.

Иҫке Сибай ауылында хоккей ярышы йыш уҙа. Был юлы боҙға быйма кейгән ауылдың ҡыҙҙары сыҡты. Дәртле, сәмле барған уйында “Алтын мандарин” (урта мәктәп уҡытыусыларынан тупланған), “Фәрештәләр” (урындағы дауахананың шәфҡәт туташтары), “Сулпыларҙың һылыуҙары” (балалар баҡсаһы тәрбиәселәре) һәм “Сибай ҡыҙҙары” (ауыл хакимиәте ҡыҙҙары) командалары ҡатнашты. Боҙға сыҡҡан ҡыҙҙар үҙҙәрен ысын хоккейсылар итеп күрһәтте. Һөҙөмтәлә “Алтын мандарин”дар еңеү яуланы. “Фәрештәләр” - икенсе, “Сулпыларҙың һылыуҙары” - өсөнсө урынды алды.

Читайте нас: