Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл-2019” конкурсына Йылайыр ауыл биләмәһе былтыр тәүләп ҡушылды һәм унда Сосновка ауылы ҡатнашырға йөрьәт итте. Бер йыл дауамында данлыҡлы төбәктең берҙәм халҡы проект сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр атҡарыуға иреште.
Сосновка – исеме республикаға ғына түгел, ә бар илгә таралған данлыҡлы ауыл. Ул Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, 9 Ленин ордены кавалеры, башҡа шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Бөгөн атаҡлы игенселәрҙең эшен фермер хужалыҡтары лайыҡлы дауам итә. Улар араһында Рәшит Яхин, Рәмил Якиев, Миңдәүләт һәм Руслан Мөрсәлимовтар, Нур Рәхмәтуллин, Илдар Ғөбәйҙуллин етәкләгән “Дилә” ЯСЙ-һы иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала. Фермерҙар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Ауылда рухлы, үҙ тамырҙарын яҡшы белгән, тарихы менән хаҡлы рәүештә ғорурланған халыҡ йәшәй. Шунлыҡтан сосновкаларҙың “Сәләмәт ауыл” конкурсын күтәреп алыуҙары ла тәбиғи. “Ауылдаштарым был бәйгегә ихлас ҡушылды һәм барлыҡ саралар “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! Берҙәмлектә көс” девизы аҫтында ойошторолдо, - ти ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлфиә Сөләймәнова.- Айырыуса спорт сараларына ҙур иғтибар бүленде. Мәктәптең спортзалында, Урғаҙаның “Байсура” спорт клубында әүҙем шөғөлләнәбеҙ, футбол һәм волейбол буйынса командалар булдырылған. Беҙҙең йәштәр зона, район ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә скандина йөрөшөн, саңғыла йөрөүҙе үҙ итте. Еңел атлетика, саңғыла уҙышыу, хоккей уйнау, велосипедта йөрөү, башҡа спорт уйындары даими үткәрелә.
Фельдшерыбыҙ Г.Х. Ғөбәйҙуллина һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыу, айыҡ йәшәү рәүеше, наркаоманияға ҡаршы көрөш тураһында даими әңгәмәләр үткәрә. Уҡыусылар һәм йәштәр араһында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” сараһы фәһемле булды.
Ауылда ир-егеттәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы төп көс булып тора. Улар халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен йәш быуынға еткереү, уларҙың көндәлек тормошона индереү, абруйлы ғаиләләр өлгөһөндә халыҡты тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Ошо ойошмаларҙың көсө менән йыл дауамында айыҡ тормошто пропагандалау, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү кеүек эштәр башҡарылды.
Экологик өмәләр ойошторолдо, “Урам байрамы”, “Килен төшөрөү”, Картуф байрамы” саралары гөрләп үтте. Дини тәрбиәгә етди иғтибар бүленә, дини байрамдарҙа барлыҡ ауыл ҡатнаша. Никах уҡытыу, бәпескә исем ҡушыу, әрмегә киткән егеттәрҙе изге фатихалар менән оҙатыу ғәҙәти күренешкә әйләнде.
Ауыл клубында “Таңсулпан” фольклор төркөмө 2008 йылдан алып бик әүҙем эш алып бара, ул район кимәлендәге бер саранан да ситтә ҡалмай. Клубта “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ойошторолған.
Сосновканы төҙөкләндереү буйынса күп эшләнә. Былтыр юлдарға ҡырсынташ түшәлде, күл ҡыйҙан таҙартылды, ауыл зыяратын кәртәләү өсөн ир-егеттәр бер нисә көн өмәгә сыҡты. Мәктәптә йылытыу системаһы ремонтланды, клубтың тәҙрәләре яңыртылды. Әйткәндәй, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа ла балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнаша.
“Матур ғаилә – ил күрке” темаһы аҫтында абруйлы ғаиләләрҙе күтәрмәләү, улар өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе булып тора. Ә беҙҙә ундайҙар бик күп! 90 йәштәрен билдәләйәсәк Ғәлиә Рәхмәтуллина, Рәйсә Фәйзуллина, туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Сабирйән Әлибәков, 65 йыл бергә татыу ғүмер иткән Гөлйыһан һәм Тәхиә Үлйәбаевтар, биш тиҫтә йылға яҡын матур тормош кисергән Рәйсә һәм Тәлғәт Якиевтар ауылыбыҙҙың ғорурлығы булып һанала. Бөгөнгө йәштәребеҙ, мәктәп уҡыусылары уларҙан, башҡа абруйлы ғаиләләрҙән үрнәк алып йәшәй”.
Шуныһы һөйөнөслө, Сосновка ауылы халҡы район Ҡоролтайы ойошторған башҡа проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ошо аҙнала улар районда иң тәүгеләрҙән булып “”Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” исемле конкурсҡа ҡушылды. Ошо уңай менән ауыл клубында Матбуғат байрамы ойошторолдо, бер үк ваҡытта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнө арналған тантана үтте. Ул урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе Әлфиә Сөләймәнова), “Ағинәйҙәр” (Рәшиҙә Раҡаева), “Таңсулпан” төркөмө (Фәниә Түләбаева) көсө менән ойошторолдо. Шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Сарала сығыш яһап, Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Фәйзи Рәхмәтуллин Сосновка ауылының һуңғы осорҙағы социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, ағымдағы йылға бурыстарҙы билдәләне, “Һаҡмар” гәзитенә әүҙем яҙылырға саҡырҙы. Һуңынан ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға биләмәнең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Матбуғат байрамы концерт номерҙары менән аралашып барҙы. “Таңсулпан” төркөмө, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең милли колоритлы сығыштары менән таң ҡалдырҙы.
“Һаҡмар” гәзитенә яҙылған һәр кем приздар отоп ҡыуанды. Был тәңгәлдә фермерҙар Илдар Ғөбәйҙуллин, Нур Рәхмәтуллин, Миңдәүләт Мөрсәлимов, Йылайыр ауыл биләмәһе, урындағы почта бүлексәһе спонсор булып сығыш яһаны.