Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2020, 12:39

Ҡоролтайҙы һүрәтләгән конверт сыҡты

Почтала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -- Ҡоролтайға арналған конверт сыҡты.

Уны төбәктәге дәүләт власының ҡанун сығарыусы органының 25 йыоллығына ҡарата сығарҙылар. Конвертта стандарт почта марғаһы менән берлектә Өфөләге Ҡоролтай бинаһы төшөрөлгән. Һәм шулай уҡ унда «Государственное Собрание – Курултай Республики Башкортостан. 25 лет» тигән яҙыу ҙа бар.
Шул уҡ ваҡытта кусмә даталы һәм шундай уҡ һүрәтле, яҙыулы махсус почта штемпеле лә сығарылды. Уның теркәү урыны булып, Өфө почтамтының 450000 индекслы почта бүлексәһе һанала.
Башҡортостан Республикаһының УФПС директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы конверт почта түләүҙәре знактарын йыйған коллекционерҙары өсөн талап ителгән марка булырға тейеш.
Конверттың тиражы 500 мең экземпляр. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың почта бүлексәләренә килеп өлгөрҙө лә инде.
Читайте нас: