Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 16:25

Йомаш ауылы ағинәйҙәре ҡор йыйҙы

Улар “Башҡорт туйы" йолаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда Аҡморон, Ғүмәр, Юлыҡ, Ярат ауылдарынан ҡунаҡтар килде.

Йомаш ағинәйҙәре “Башҡорт туйы" йолаһы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда Аҡморон, Ғүмәр, Юлыҡ, Ярат ауылдарынан ҡунаҡтар килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буран булыу сәбәпле, күптәре килә алманы.

Йыйын түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙан башланды. Йомаш ауылы китапханасыһы Әлфиә Баймырҙина ҡунаҡтар менән әңгәмә ҡороп, ”2020 — Башҡорт теле йылы" тураһында һәм йыйынға ҡарата әҙерләнгән тематик китаптар күргәҙмәһе буйынса һөйләшеү үткәрҙе.

Баймаҡ районы ағинәйҙәре етәксеһе булараҡ, мин ойошманың Уставы, Положениеһы, көнүҙәк мәсьәләләргә күҙәтеү яһаным. “Милли кейем" байрамына әҙелек алып барыу маҡсатында, үҙ ырыуыбыҙҙың милли кейемен дөрөҫ тегеүгә, эшләүгә иғтибарҙы йүнәлттек. Президиум ағзаһы, Аҡморон ауыл биләмәһе ағинәйҙәре рәйесе, Йомаш килене Рәшиҙә Фәттәхова милли традицияларҙы һаҡлау буйынса, бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты. “Аҡһаҡал һүҙе" менән Ярат ауылынан Мөхтәр Монасипов: “Ағинәйлек - ул рухи дәрәжә, халыҡты, йәш быуынды үҙ өлгөһөндә тәрбиәләүсе, үҙтәрбиәне алға ҡуйыусы. Ағинәйҙәрҙең милли кейеменән — иман, итәғәт, игелек, нур бөркөлә..." - тип йыйында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте. Йомаш ауылының абруйлы ҡатын-ҡыҙы, Йомаш ағинәйҙәре рәйесе Зифа Иҫәнованың ойошмаларының яңыртылған ағзалары менән милли йолаларҙы өйрәнеүҙәре һәм һаҡлау буйынса эш башлауҙары тураһында бәйән итте. Уларҙың уң ҡулы, кәңәшсеһе, республиканың билдәле шәхесе, абруйлы ағинәй — Сания Барлыбаева милли йолалар буйынса бай тәжрибәһен балаларға, йәштәргә, милләттәштәренә таратыу уйы менән янып йөрөүен, һуңғы йылда туй йолаларының боҙолоуы һәм уның ғаилә ҡороусыларға кире тәьҫир яһауы хаҡында етди миҫалдар килтереп, нәсихәт һөйләне. Туй йолаларын сәхнәләштереп, аңлатмалар биреп барҙы.

Милләтебеҙ өсөн туй - борондан килгән иң ҙур ғаилә һәм ырыу байрамы булып һаналған. Башҡорттар никахҡа ҡарата бик яуаплы һәм етди ҡараған. Туй йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен теүәл үтәгәндәр, ырыҫлы ғаиләлә генә рухлы, илһөйәр балалар үҫеүенә инанғандар. Оҫталыҡ дәресендә ҡыҙ йәрәшеү, әйттереү, бирнә, мәһәр, ҡыҙыл туй, ҡот алып ҡасыу, сыбыртҡылау, йыуаса сәйе, ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү, килен һөйөү, еңгәй бүләге, килен йәиһә кейәү сәйендә йыртыш таратыуҙа ниндәй хаталар ебәрелә һәм ул нимәгә килтерә икәнлеге тураһында әңгәмә алып барылды. Сания Хәбиб ҡыҙы: “Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатырға бала-саға, ауыл халҡы күп килә. Улар ҡыҙҙың китеүен һиҙмәй ҙә ҡалырға тейеш. Йәш кәләштең артына әйләнеп ҡарауы - насар ырым. Шуның өсөн дә кейәү егете оҙатыусыларға алдына көмөш тәңкәләр, кәнфиттәр һибеп, әүрәтергә тейеш" , - тип дәлилләне.

Оҫталыҡ дәресендә һәм ҡунаҡтарға “килен сәйе” эсереү йолаһында бик күп ғөрөф-ғәҙәттәр башҡарылды. Йыйында ҡатнашыусыларҙың йәнле һөйләшеүе, балаларҙың, ҡунаҡтарҙың йыр-бейеүе менән үрелеп барҙы. Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Әлиә Әхмәтйән ҡыҙы ҡатнашты һәм ул: “Ағинәйҙәр - беҙҙең төп ярҙамсылырыбыҙ, бөтә эшебеҙҙә лә уларға таянабыҙ”, - тине. Ағинәйҙәрҙең башланғысын хуплап, ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берҙәм команда булып эшләү - яҡшы һөҙөмтәләргә бирә икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гүзәл Монасипова,

район “Ағинәйҙәр”е ойошмаһы рәйесе.

Читайте нас: