Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 22:20

"Әүлиә"ләр - "Бәхетнамә"лә

Өмөтбайҙың уңған "Ағинәйҙәр"е "Бәхетнамә" телевизион тапшырыуында ҡатнашып ҡайтты. Әнүзә Мәжитова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы , Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы "Әүлиә " ағинәйҙәр ҡоро ағзалары менән берлектә әҙерләнгән "Бәхетнамә" тапшырыуында ҡатнашып ҡайттыҡ. Сығарылыш тәрбиә, рух, илһам сығанағы булған - тамырҙарыбыҙ олатай, өләсәйҙәргә арналды.Шулай уҡ ағинәйҙәр башҡорт халҡының затлы ризыҡтары милли аш - һыуы булған ҡорот эшләү, сәк- сәк бешереү буйынса мастер -класс күрһәтте. Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре "Ашъяулыҡ" тигән өр- яңы проект өҫтөндә эшләп уҡыусыларҙы, йәш килендәрҙе халҡыбыҙҙың боронғо аш - һыуына өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы һәм эште башланыла. Беҙ онотола барған башҡорт милли йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, ә уларҙы тергеҙеүселәрҙә. Ә тура эфирҙа ҡатнашыусы ағинәйҙәр - өләсәйҙәр -" Бөгөнгө өләсәйҙәр ниндәй ул, ауыл өләйсәйҙәре менән ҡаланыҡылар айырыламы"- тигән һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләнеләр.
- Беҙҙең милләт өләсәйҙәр, ҡарәсәйҙәр мәктәбе аша үткән милләт. Әгәр ҙә шул мәктәп үлһә, бөгөн өләсәйҙәр туҡтауһыҙ шопингта йөрөп , ғәйбәт һөйләшеп , ватцап та хәбәр яҙышып, телевизорҙан сериалдар ҡарап ултырып йәки эшләп йөрөп, ейән - ейәнсәрҙәренә ваҡыт тапмаһа - аяныс хәл, тип яҙа Азамат Юлдашбаев.
Элек - электән өләсәйҙәр мәктәбе яҡшы эшләгән. Әле беҙҙә мәктәптә , балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә өләсәйем һандығы, өләсәйем әкиәт һөйләй тигән һ.б сараларҙы үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың ете мөғжизәһен өйрәнеүҙе, еңеү таңын яҡынайтыусы ауылдаштарыбыҙ тураһында өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Башҡорт телендә диктант яҙыуҙа, хатаһыҙ башҡорт теле акцияһында ла әүҙем ҡатнаша ағинәйҙәр.
"Бәхетнамә" тапшырыуында ҡатнашҡан БР мәғәриф һәм фән министрлығының Милли мәғәриф идаралығы етәксеһе Булат Илшат улы Зиннуров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты баш белгесе Тәнзилә Ҡотлогилдина ағымдағы йылда иғлан ителгән Башҡорт теле йылында үтәсәк саралар тураһында һөйләнеләр. 21 февраль көнө, башҡорт теленә арнап үткәреләсәк халыҡ - ара диктант яҙыуҙы , беҙ - ағинәйҙәр ситтә ҡалмаясаҡбыҙ.
Әнүзә Мажитова.
Читайте нас: