Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Февраль 2020, 11:40

Иң шәп атай билдәләнде

Иҫке сибайҙар үҙҙәренең иң шәп атайҙарын билдәләү буйынса конкурс ойошторған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Иҫке Сибай мәҙәниәт йортонда Ил һаҡсылары көнөнә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата "Иң шәп атай" конкурсы үтте. Ир-егеттәр үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Атайҙар ҡыҙҙарҙың сәсен үреүҙә лә, аш-һыу әҙерләүҙә лә, йыр-бейеүҙә лә үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. А.Әминев, Ө.Ғәлиәхмәтов, Н.Курпасов, Р.Дәүләтсурин үҙҙәрен ысынлап та иң шәп атай икәндәрен иҫбат итте.

Байрамда ойоштороуҙа Н.Ғиззәтуллина, Ә.Ибраһимова, Р.Утарбаева һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Улар әҙерләгән елле бүләктәр атайҙарға тапшырылды.

Читайте нас: