Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль 2020, 12:50

Буҙаһы ла, буҙаһы!

Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда "Буҙа тәмләү" йолаһы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда "Буҙа тәмләү" йолаһы үтте. Ул йәш быуынды боронғо кәсептәр менән таныштырыу, экологик яҡтан таҙа ризыҡтар әҙерләүгә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолған. Тәүҙә балаларға милли уйындар ойошторолдо. Һуңынан файҙалы был ризыҡты әҙерләү серҙәре менән бүлештеләр. Миңнур Әбүбәкирова һәм Зәлфирә Сәлихҡолова үҙ тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашты. Буҙаның шифалы, бик кәрәкле эсемлек икәнлеген аңлатып, бар халыҡты ла һыйланылар. Күңелдәре күтәрелеп киткән ағинәйҙәр:

...Һай, буҙаһы, буҙаһы

Таҙарта бит тәндәрҙе

Күңелдәрҙе елкендерә

Дәртләндерә йәндәрҙе, -

тип һамаҡлап, бейешеп тә алды. Зәлифә Кинйәбаеваның "Буҙасы" бейеүе байрамға сағыу төҫ өҫтәне.
"Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Г.И.Тотманова буҙаның даны бик күп илдәргә таралғаны һәм был ризыҡты хатта Урта Азия, Ираҡ, Алтай, Себер, Ҡырым
яҡтарында ла әҙерләп, яратып эсәләр икән, тип бәйән итте.

Читайте нас: