Ҡар күп булһа – уңыш мула була, ти халыҡ аҡылы. Ысынлап та, күп һанлы тикшеренеүҙәр ҡар ҡалын булған һайын, уңыштың күплеген күрһәтә. Был айырыуса емеш-еләккә – крыжовник, ҡурай еләге, ҡарағаттың төрлө сорттарына ҡағыла. Әммә ҡар баҡсағыҙға тик файҙа килтерһен өсөн, уны дөрөҫ ҡуллана белергә лә кәрәк. Ҡалын көрт ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы, башҡа үҫемлектәрҙе туңыуҙан һаҡлай. Бынан тыш яҙғыһын ул баҡсағыҙҙы кәрәкле дым менән тәьмин итәсәк.
Ҡар тапалмаған осраҡта ғына үҫемлектәрегеҙ өсөн файҙалы булып ҡалыуын онотмағыҙ. Сөнки ул тығыҙ ятһа, ҡарҙың йылы тотоу сифаттары ҡырҡа кәмей. Тимәк, үҫемлектәрҙең тамыры, ер туңыуҙан тейешле кимәлдә һаҡланмай. 5 сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡар ҙа ҡаты һыуыҡтарҙа баҡсаны туңыуҙан һаҡлай ала. Тик бының өсөн ҡар көпшәк (йомшаҡ) булырға тейеш. Шуға күрә ағас, ҡыуаҡлыҡтарҙың тирәһен тапарға кәрәкмәй. Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырған сәскә, йәшелсә, еләк түтәлдәрен дә тапамағыҙ. Билдәле баҡсасылар фекеренсә, был киләсәк уңыштың яртыһын юҡҡа сығара. Ҡайһы бер кешеләр этен ишек алдына ысҡындырып ебәрә. Ул бар түтәлдәрҙе тапап йөрөй башлай. Бер баҡсасының: “Күршем дә, мин дә ҡышҡылыҡҡа һарымһаҡ сәсеп ҡалдырҙыҡ. Минең түтәл тапалмай ятты, ә уның түтәле өҫтөндә эттәре йөрөнө. Һөҙөмтәлә, минең һарымһаҡ тиҙерәк төртөп сыҡты, уңышы ла мул, һарымһағы эре булды. Күрше тапалып бөткән түтәлдәрендә ҡарҙың иремәүенә зарланды. Уңышы ла һөйөндөрмәне”,- тип тәжрибә уртаҡлашыуы ихата хужаларын уйландырыр. Әлбиттә, эткә баҡса буйлап йөрөүҙе тыйып булмай. Әммә уның бер хәйләһе бар: баҡсағыҙҙа түтәл булмаған ерҙә һуҡмаҡ һалып сығығыҙ. Ғәҙәттә, эттәр һалынған һуҡмаҡтан ғына йөрөй.
Февралдән ҡыш һәм яҙҙың үҙ-ара “көрәше” башлана. Ҡар берсә ирей, берсә яңынан туңа. Шул ваҡытта ҡар шекерәһе барлыҡҡа килә башлай. Һауа үткәрмәгән был “ҡалҡан” ағастарҙың, ҡыуаҡлыҡтарҙың олондарын ярғыслай башлай. Был осорҙа ул күҙегеҙгә ташланмаһа ла, ағас, ҡыуаҡлыҡтар емеш бирә башлаған осорҙа ҡайһы бер ботаҡтарҙың ҡороуын һәм һынып төшөүен күҙәтергә була. Был ҡар шекерәһенең насар тәьҫир итеүе. Шуға күрә ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙың төбөн ҡалын таяҡ менән төртөп сығығыҙ. Шулай уҡ ҡар шекерәһе ятҡан урында яңы яуған ҡар ята алмай, ул осороп алып кителә. Тимәк, яҙғыһын баҡсаның дымы әҙ буласаҡ. Яңы ҡар тотолһон өсөн шекерәне ваҡыты-ваҡыты менән тишкесләп алырға кәрәк.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡ төндәрҙә баҡса, парк, урмандарҙа шытырлаған тауышты ишетергә була. Был ағастарҙың олононоң өҫкө ҡаты буйының-буйына һыуыҡтан ярыла. Бынан тыш февраль-мартта ҡыҙҙыра башлаған ҡояш нурҙары ҡарҙың яҡтыһында тағы көсәйеп ағасты “бешерә” башлай. Ҡояш һуғыуы ла ағастарға бик насар тәьҫир итә. Олондарҙы һыуыҡтан ярылыуҙы һәм “бешеү”ҙән уларҙы аҡлау ҡотҡара. Ғәҙәттә, баҡсасылар был эште көҙгөһөн үк башҡарып ҡуя. Әгәр һеҙ быны эшләмәгән булһағыҙ, февралдә, үтә һыуыҡ булмаған көндө, ағастарҙы аҡлап сығығыҙ.
Ҡыуаҡтарҙы “бешеү”ҙән һаҡлау өсөн тулыһынса ҡар менән ҡапларға кәрәк. Тик ҡар ҡоро һәм көпшәк булырға тейеш. Еүеш ҡарҙы үҫемлектәр өҫтөнә ырғытыу тик зыян ғына килтерәсәк.
Көслө ҡар яуғандан һуң ағастарҙың ботаҡтары һына башлай. Бигерәк тә еүеш ҡар яуһа. Бындай осраҡта ағастарҙың ботағына ипләп кенә таяҡ менән һуғып ҡарҙы төшөрөгөҙ. Тотош ағасты тотоп һелкетмәгеҙ, сөнки ҡышҡыһын ботаҡтар тиҙ генә һынып барыусан була.