Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2020, 16:45

Һай, афарин, Йылым ҡатын-ҡыҙҙары!

Аш-һыуҙарҙы итһә бәрәкәтле,Шул ҡатын-ҡыҙ булыр хөрмәтле, тиҙәр Йылым ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Аш-һыуҙарҙы итһә бәрәкәтле,

Шул ҡатын-ҡыҙ булыр хөрмәтле.

Арҙаҡлы ла, билдәле лә түгел улар - бары тик ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙары. Йыр-моңға маһир, ҡул эштәренә лә, бешеренеүгә лә оҫталар, ғаиләһенә лә өлгөрәләр, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр. Улар - Йылым ауылының алыштырғыһыҙ, уңған һәм егәрле ҡатын-ҡыҙҙары. Барыһы ла ауыл яҙмышына битараф түгел, бөгөнгөһө өсөн борсолоп, киләсәген уйлаған ҡатын-ҡыҙҙар, дөйөм уй-мәнфәғәт менән янып йәшәйҙәр. Йәш быуынды халҡыбыҙға хас матур рухта тәрбиәләү – уларҙың бурысы.

Башҡорт халҡында "Ҡунаҡ килһә, ҡапҡа ас", тигән әйтем бар. Йылымға ниндәй генә дәрәжәле ҡунаҡтар килмәһен, улар һый-хөрмәт яғынан һынатмай. Милли ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәләр. Ауылға аяҡ баҫҡан һәр ҡунаҡты буҙа, сәк-сәк менән ҡаршы алалар. Уларға йыр-таҡмаҡтарын бүләк итәләр.

Йылымдың шундай уңған ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарап нисек һоҡланмайһың да, ғорурланмайһың инде! Талмағыҙ, арымағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулдарығыҙ ап-аҡ һөттәр һауһын, күпереп торған икмәк бешерһен, усаҡ утын һүндермәһен!

Читайте нас: