-4 °С
Ҡар
Билал ауыл китапханаһында уҙған йылда "Бәйләргә лә, тегергә лә өйрәтә беҙҙе китап" тип исемләнгән түңәрәк асылды. Унда уңған ҡатын-ҡыҙҙар ихлас шөғөлләнә. Быйылдан түңәрәк эше тағы ла йәнләнде. "Белгән - өйрәтә, белмәгән - өйрәнә", ти халыҡ мәҡәле. Бөгөн улар селтәр эшләп бөтөп, өр-яңы эш башланы. Миңһылыу Әхмәҙина сәс ҡыҫтырғыстар, Фатима Ғайсина, Гөлнира Ҡаһарманова ултырғыс түшәктәре бәйләргә өйрәтә. Шулай уҡ ҡорама ҡорорға өйрәтеүселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәре менән генә булып ҡалмай, уҡырға китап ала, һуңынан улар хаҡында әңгәмә ҡора.