Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 18:10

«Әйләнә орсоҡ, әйләнә»

Сәйғәфәрҙәр - беренсе! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Кисә Сибай ҡалаһында «Әйләнә орсоҡ, әйләнә» фольклор байрамы үтте. Унда Баймаҡ районынан Сәйғәфәрҙән “Хазина”, Аҡморондан “Гөлнәзирә” фольклор төркөмдәре ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙҙар йөн тетеү, иләү, сиратыу, йомғаҡлау буйынса ярыштарҙа үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Конкурстар һәр ауыл әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Командалар йомаҡтар “ҡойҙо”, мәҡәлдәр әйтеште.

Ярыш булғас, еңеүсеһе лә була. Беҙҙең баймаҡтар һынатманы: «Хазина» фольклор төркөмө - беренсе, «Гөлнәзирә» өсөнсө урындарҙы алды. Икенсе урында – Алтын ҡасабаһының «Күңелем биҙәктәре» төркөмө.

Читайте нас: