Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 18:58

“Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында кем еңер?

Бөгөн Баймаҡ үҙәк район китапханаһында “Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында ҡатнашҡан ауыл биләмәләре һәм ауылдары махсус комиссия алдында үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” конкурсы бына өсөнсө йыл инде рәттән үткәрелә һәм йылдан-йыл абруйын арттыра бара. Быйылғы бәйгелә барлығы 18 ауыл ҡатнашты. #айыҡауыл; #трезвоесело

Бөгөн Баймаҡ үҙәк район китапханаһында “Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында ҡатнашҡан ауыл биләмәләре һәм ауылдары махсус комиссия алдында үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Билдәле булыуынса, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” конкурсы бына өсөнсө йыл инде рәттән үткәрелә һәм йылдан-йыл абруйын арттыра бара. Быйылғы бәйгелә барлығы 18 ауыл ҡатнашты.

Конкурс 5 номинация буйынса үтә: “Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы практика”, “Енәйәтселек һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса иң яҡшы практика”, “Йәмәғәт ойошмаларының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү буйынса иң яҡшы практика”, “Милли мәҙәниәт, халыҡ традициялары һәм театрҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы практика”, “Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы практика”.

Әйтергә кәрәк, ауылдарҙа “Сәләмәт ауыл” конкурсы сиктәрендә ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырыла, яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырыла, бихисап саралар гөрләп үтә. Быға комиссия ағзалары бөгөн тағы бер ҡат инанды.

Конкурсҡа йомғаҡ февраль айында үтәсәк район Ҡоролтайында яһаласаҡ, еңеүселәр билдәләнәсәк.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: