Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2020, 18:07

“Армантур” үҙ маҡсатына иреште

Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы еңеүсеһе булып танылған Йылым ауылы бөгөн ең һыҙғанып республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнаша. Төбәктең уңған, берҙәм халҡы әле алдан билдәләнгән положениеға ярашлы маҡсатлы эш алып бара, төрлө саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә улар райондың йәш эшҡыуарҙарын “Армантур” стратегик сессияһына йыйҙы.

Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы еңеүсеһе булып танылған Йылым ауылы бөгөн ең һыҙғанып республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнаша. Төбәктең уңған, берҙәм халҡы әле алдан билдәләнгән положениеға ярашлы маҡсатлы эш алып бара, төрлө саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә улар райондың йәш эшҡыуарҙарын “Армантур” стратегик сессияһына йыйҙы.

Уның эшендә район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе, Ярат, Беренсе Этҡол, Крепостной Йылайыр, Буранбай, Юлыҡ, Алғаҙы, Ишмырҙар ауылдарынан биләмә башлыҡтары, эшҡыуарҙар, үҙ эшен асыу теләге менән янған йүнселдәр ҡатнашты. Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан да вәкилдәр булды.

Йылым ауылында ҡунаҡтарҙы “Талир тәңкә” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле йырлы-моңло тамаша, милли ризыҡтар менән ҡаршы алды.

Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә бөгөнгө шарттарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, йәштәрҙе үҙ эшен асырға ылыҡтырыу темалары күтәрелде. Бизнес-план төҙөү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә гранттар бүлеү тәртибе кеүек мәсьәләләр буйынса райондан килгән етәкселәр сығыш яһаны, фәһемле фекерҙәрен еткерҙе, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова, Йылым ауылынан фермер хужалығы башлығы Руслан Абдуллин телмәр тотто.

Яңы эш башлаусылар өсөн “Йәш эшҡыуар” практикум-майҙансығы ойошторолдо. Унда былтыр “Агростартап” программаһы ярҙамында үҙ эшен асҡан Бөрйәнйылға ауылынан Сәлимйән Үлйәбаев үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Крепостной Йылайыр ауылынан Степан Деевтың сығышы ла уйландырырлыҡ ине – ул ат клубы асып, ипотерапия менән шөғөлләнә.

Сарала уҡыусылар өсөн айырым сессия ойошторолдо. Унда Буранбай мәктәбенән Вилиә Ҡотоева, Яраттан Рәйсә Мырҙабулатова этно һәм экологик туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың милли кәсептәрен заман кимәленә күтәреү буйынса әҙерләгән фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте.

Әйтергә кәрәк, был сара үҙ маҡсатына иреште, яҡшы кимәлдә ойошторолоуы менән айырылып торҙо. “Армантур” үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн башланғыс майҙансыҡ булғандыр, тигән ышаныс бар.

Читайте нас: