Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 21:45

Ярат өләсәйҙәренән үрнәк алығыҙ!

Ярат ауылы "Ағинәйҙәре" тағы ла бер матур йолаға нигеҙ һалды. Афарин!#национальныепроекты

Эй, тик ултырырға яратмай ҙа инде Ярат өләсәйҙәре! Берәй сара уйлап табып, ойоштороп ҡына торалар. Ай, афариндар!
Әле бөгөн "Оҫта ҡулдар" түңәрәгендә шөғөлләнгән ағинәйҙәр "Әйләнә орсоҡ, әйләнә..." байрамына йыйылды. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең йөн иләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәр кем үҙе менән орсоҡ, ҡолға һәм һарыҡ йөнө алып килгән. Орсоҡ менән йөн иләп кенә ултырманылар, халҡыбыҙҙың матур йырҙарын да башҡарып, күңел асты улар. Был файҙалы шөғөлдө йәш быуынға күрһәтеп, өйрәтеп ҡалыу маҡсатында, киләһе "Оҫта ҡулдар" түңәрәгенә улар ауылдарының йәш килендәрен, ҡыҙҙарын да саҡырырға килеште. Тәмле сәй табынында ағинәйҙәр уҙған йылға йомғаҡ яһап, яңы йылға пландар ҡабул итте. Шулай икән Ярат өләсәйҙәре тағы ла береһенән-береһе
матурыраҡ, сағыуыраҡ байрамдар уҙғарасағына иманым камил. Ярат өләсәйҙәре бит улар!
Читайте нас: