Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 12:29

Башҡортостанда «Инцидент-менеджмент» системаһында 100000-се мөрәжәғәт теркәлгән

Башҡортостанда 100000-се инцидент теркәлгән. «Юбилейға торошло» мөрәжәғәт Өфө ҡалаһында урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу проблемаһын күтәрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Инцидент-менеджмент» – ул интернет ҡулланыусыларҙың комментарийҙарын теркәп барыусы автоматлаштырылған система. Уны «Медиалогия» компанияһы эшкәртеп сығарған. Ул РФ Президенты Администрацияһы Етәксеһенең бернсе урынбаҫары Сергей Кириенко командаһы яуаплылығындағы федераль система булып тора.
«Инцидент-менеджмент» Башҡортостанда 2018 йылдың 15 октябренән эшләп килә. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе 2019 йылдың сентябрендә (9526), июлендә (9243), октябрендә (7891), авгусында (7752) теркәлгән. 2019 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда инциденттарҙың күбеһе (өстән ике өлөшө) «Юлдар» (19069), «Төҙөкләндереү» (16411) һәм «ЖКХ» (12657) темаларына ҡағыла. Шулай уҡ лидерҙар рәтен «Дөйөм транспорт» (5006), «Экология» (4638), «Һаулыҡ һаҡлау» (4039), «мәғариф» (3346) темалары ла тулыландыра. Мөрәжәғәт ҡалдырыусы "алдынғы" муниципаль берәмектәр һанын Өфө ҡалаһы (26912), Стәрлетамаҡ (4531), Салауат (3726), Нефтекамск (2571), Иглин районы (2190), һәм шулай уҡ Сибай ҡалаһы (2088) тулыландыра.
«Инцидент-менеджмент» системаһы эшенә республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре һәм республика ойошмалары индерелгән. Системала 560 (муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәре башлыҡтары һәм ҡала-райондарҙың рәсми диуарҙары) һәм 260 (министрлыҡтар һәм республика ведомстволары, етәкселәрҙең рәсми диуарҙары) аккаунт әүҙемлек күрһәтә.
Республика Башлығы хакимиәте янында махсус төркөм булдырылды. Уның хеҙмәткәрҙәре куратор функцияһын үтәйҙәр. Улар инцидентҡа бирелгән яуапты ҡарап ултыралар. Был төркөмдөң етәксеһе — социаль коммуникациялар Идаралығы начальнигы Елена Прочаковская. Елена Прочаковская әйтеүенсә, инцидентты ябыр өсөн уны башта хәл итер кәрәк. Шулай уҡ Елена Прочаковская билдәләп үткәнсә, быларҙың барыһы ла үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған, күңелен һалып башҡарған кешеләр өсөсн эшләнә. «Инцидент-менеджмент» республика халҡы һорауҙарына үҙ ваҡытында яуап бирергә, уны хәл итергә ярҙам итә. Был төркөм мөрәжәғәттәрҙе анализлауҙы бурыс итеп алған.
Читайте нас: