Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ғинуар 2020, 22:25

Быймаһы ла быймаһы!

Бөрйәнйылға ауылында гөрләп-шаулап "Быйма" байрамы үтте.#национальныепроекты

Бөрйәнйылға башланғыс мәктәбендә бөгөн "Аяғында булһа быйма, һин бер нимәнән дә ҡурҡма!" исемле матур сара үтте. Халыҡ кәсептәрен өйрәнеүҙе һәм дауам итеүҙе маҡсат күҙ уңында тотолған байрам быймаға бағышланды.
Ҡарлы ҡыш етеү менән һәр кем йылы аяҡ кейеме һайлау тураһында уйлана башлай. Ҡышын сатнама һыуыҡтар булған төбәк халҡына, аяҡтарға йылы, ә кейемдең уңайлы булыуы һәм өҫтәмә тәрбиә талап итмәүе мөһим. Ә быймалар тап шундай сифатҡа эйә лә инде. Эйе, һуңғы йылдарҙа затлы итектәр беҙҙең элек-электән, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғәҙәти аяҡ кейемен ситкә этәрә башланы. Әммә йылы быймаларҙы бер ниндәй ҙә затлы аяҡ кейеме алмаштыра алмай. Сөнки быйма - ул үҙе уңайлы, йылы, ышаныслы.
Ә байрам гөрләп үтте. Әлиә Гәрәй ҡыҙы күнелле ""Валеньки" көйөнә бейеү ойошторҙо. Китапханасы Альбина Памир ҡыҙы "Һарыҡсылыҡ һәм уның файҙаһы" тураһында мәғлүмәт бирҙе. Зимфира Хөрмәт ҡыҙының "Быйманың килеп сығыу тарихы" темаһына арналған әңгәмәһен балалар ғына түгел әсәйҙәр ҙә ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Быйма ташлау йолаһы ҡасаныраҡ килеп сығыуын белгәндән һуң, уны алыҫлыҡҡа ташлау буйынса ярыш үҙе бер сағыу тамаша булды. Унда иң мәргәндәр һәм етеҙҙәр билдәләнде. Күнелле байрам тәмлекәстәр ҡушып, ҡайнап ултырған самауырҙан яһалған эҫе сәй эсеү менән тамамаланды.
Читайте нас: