Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 14:00

“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһы дауам итә

Изгелек эшлә лә - һыуға һал, халыҡ белер. Халыҡ белмәһә - балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле. Был тәңгәлдә билалдарҙың эшен һәр кемгә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Билал ауыл биләмәһе китапханасыһы Райхана Булатова “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһын йомғаҡлап, уларҙы ҡыҫҡаса билдәләп китте.

Шәхси эшҡыуар Миләүшә Әминеваның башланғысы менән старт алған акцияның бөгөн дә дауам итеүе һөйөндөрә, ти ул. Миләүшә класташына, ә инде "Колибри" теген цехы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрендә эшләгән күп балалы бер хеҙмәткәрҙең балаларына күстәнәстәр тапшырған. Ҡатын-ҡыҙҙар, "Ағинәй ҙәр” ҡоро менән берлектә ололарҙың, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең өйҙәренә булып, хәлдәрен белештек, китап, гәзит-журнал уҡырға ҡалдырҙыҡ. Мәктәп уҡыусылары ололарға ярҙам итте, ҡоштарға тағараҡ эшләнеләр. Дилара Сәлимйән ҡыҙы етәкселегендәге ансамбль "Талҡаҫ" шифаханаһында ял итеүселәрҙе матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Китапханаға китап бүләк итеүселәр, гәзит-журналға яҙылып бер-береһенә тапшырыусылар күп булды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы мәҙәниәт йортондағы бер бүлмәлә "Әйберҙәр банкы" булдырҙы. Унда бик күп ауылдаштар, хатта күрше ауылдан да кешеләр, кейергә яраҡлы кейем-һалымдар ҡалдырҙы. Иң ҡыуаныслыһы шул - ундағы әйберҙәр үҙ хужаларын табып тора. Хатта өйҙәре янып, бер нәмәһеҙ ҡалған, башҡа районда йәшәгәндәр ҙә "банк"тан кейем-һалымдар килеп алды. "Изгелек" акцияһына ауылдаштарҙың ғына түгел, ҡырҙа йәшәүселәрҙең дә ҡушылыуына нисек ҡыуанмайһың инде! Сибай ҡалаһында йәшәүсе Юлиә һәм Йәмил Аҡбулатовтар бер ауылдашыбыҙ ғаиләһенә күстәнәстәр, кейем-һалым бүләк итте. 1984 йыл мәктәпте тамаулаусылар китапханаға гөл һауыттары ҡалдырып китте. Һәмән ауылының ир-егеттәре үҙ көстәре менән Билал - Һәмән юлына, урындағы мәктәп алдына ҡырсынташ түшәүе лә ҙур изгелек булып тора. Уҙған йыл башынан һәр кем белеп тә, белмәй ҙә әллә күпме изгелек эшләне, уларҙың барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел.

Бөгөн тағы ла бер изгелек эшләүсе оло йөрәкле кеше хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. Ул – Вәхит Алтынбаев. Ул ауылындағы магазиндарҙағы барлыҡ икмәктәргә хаҡын түләп, ауылдаштарына бушлай алырға ҡалдырып киткән. Был хаҡта һатыусылар ҡыуанып һөйләй.

- Күрһәгеҙ ине ауылдаштарҙың нисек ҡыуанғанын! Күпме кеше уға рәхмәттәрен әйтеп сығып китә. Был хәл тәүге тапҡыр ғына түгел, - ти улар.

Тимәк, билалдарҙа “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһы тамамланһа ла, изгелек эшләү дауам итә. Афарин, билалдар!

Читайте нас: