Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 17:26

Башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе

“Башҡорт аты ниндәй төҫтә булырға тейеш?” тигән бәхәс нисәмә йылдар буйына тынмай. Көтөүһеҙ йөрөгән мал бесәнлектәрҙе тапай, тәртип булмау арҡаһында башҡорт тоҡомло бейә төрлө тоҡомдан ҡасырыла. Һөҙөмтәлә башҡорт тоҡомоноң үҙенсәлеге бөтөп бара.Бына шул үҙенсәлекте нисек һаҡлап ҡалырға?Был һорауҙарға яуапты сайттан уҡығыҙ.

Район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүсе фермер һәм шәхси хужалыҡ етәкселәре менән осрашты. “Түңәрәк өҫтәл” форматында үткән һөйләшеүҙә бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемаларының береһе – башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.
Йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең был теманы дәүләт кимәленә күтәреүе тикмәгә түгел. Белеүебеҙсә, ат башҡорт халҡының иң яҡын дуҫы ла, уны яҡлаусыһы ла, туйындырыусыһы ла булған. Быуаттар буйына башҡорт тоҡомло йылҡы милләтебеҙҙең ҡото һәм терәге һаналған. Әммә һуңғы йылдарҙа икенсе милләт халыҡтарының беҙҙең башҡорт тоҡомло йылҡыны, ҡурайҙы үҙҙәренеке итергә “тырышыуы” һарыуҙы ҡайната, халыҡтың асыуын ҡуптара. Шул уҡ ваҡытта башҡорт атының тоҡомон яҡшыртыу, уны көтөүҙә тәртип булдырыу, аныҡ иҫәбен алыу, был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреү ҙә күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ҡыр-баҫыуҙарҙа аттарыбыҙ тулып йөрөһә лә, был тәңгәлдәге проблемалар хаттин ашҡан. Ә инде бындай актуаль мәсьәләләрҙе башҡорт тоҡомло аттың иң аҫылдарын – Ирәндек һәм Учалы типтарын сығарған ғына төбәк егеттәре күтәрә алалыр.
“Түңәрәк өҫтәл”гә билдәле йылҡысыларҙың, фермер хужалыҡтары етәкселәренең, спорт аттары үрсетеүселәрҙең саҡырылыуы һәм унда БР ауыл хужалығы министрлығынан да вәкил булыуы уның баһаһын бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Шуныһы үҙенсәлекле, һөйләшеү бик етди һәм актуаль булыуы менән айырылып торҙо, унан ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды.
Азат Шәрипов:
-Был сара Баймаҡ районы йылҡысыларының тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Сөнки башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалыу, уның тоҡомон яҡшыртыу, һанын билдәләү, көтөүҙе ойоштороу күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә. Шул уҡ ваҡытта “Башҡорт аты ниндәй төҫтә булырға тейеш?” тигән бәхәс нисәмә йылдар буйына тынмай. Көтөүһеҙ йөрөгән мал бесәнлектәрҙе тапай, тәртип булмау арҡаһында башҡорт тоҡомло бейә төрлө тоҡомдан ҡасырыла. Һөҙөмтәлә башҡорт тоҡомоноң үҙенсәлеге бөтөп бара.Бына шул үҙенсәлекте нисек һаҡлап ҡалырға? Минеңсә, беҙгә һәр район вәкилен индереп махсус комиссия булдырырға һәм һөйләшеүҙе Урал аръяғы райондары кимәленә сығарырға кәрәк. Баймаҡта башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төбәк конференцияһын ойоштороу, унда БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәрен, тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнеүсе белгестәрҙе, билдәле йылҡысыларҙы йәлеп итеү бик тә уңышлы булыр ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Тәжрибәле фермер булараҡ, һеҙҙең фекерегеҙ нисек, Фәнис Йәноҙаҡ улы?
Фәнис Кәримов, Моҫтай ауылында йылҡысылыҡ һәм туризм менән шөғөлләнеүсе фермер хужалығы башлығы:
-Был тема мине оҙаҡ йылдар борсоп килде. Бөгөн ошондай һөйләшеү ойошторолоуына мин бик шатмын һәм башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалыу буйынса беҙ аныҡ эштәргә күсергә тейешбеҙ. Мин йылҡысылыҡ тармағы менән ҡасандыр тарҡалған “Ирәндек” совхозынан 52 баш башҡорт тоҡомло йылҡы һатып алып шөғөлләнә башланым. Билдәле булыуынса, был хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡының Ирәндек тибын үрсетеү менән шөғөлләнде, тоҡомсолоҡ предприятиеһы булды. Был тоҡом һөтлө лә, итле лә булыуы менән айырылып тора. Ҡымыҙын да, малын да һатабыҙ. Һуңғы йылдарҙа бейәләрҙең кәүҙәгә бәләкәйләнә барыуы күҙгә ташлана. Шуның өсөн, минеңсә, һәр аттың паспортын булдырыу, унда ат тураһында барлыҡ мәғлүмәт тупланырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ тоҡомдо яҡшырта аласаҡбыҙ. Ә элек бит ундай иҫәп алыу булған, һәр ат тураһында мәғлүмәт теркәлеп барған. Беҙгә ошоно кире тергеҙергә кәрәк.
Быйыл Моҫтай ауылында башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурайға арнап ҙур сара ойошторорға йыйынам. Унда төбәк ҡурайсылары бәйгегә йыйыласаҡ. Шул байрамдың иртәгеһенә ат биатлоны үтәсәк. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, халҡыбыҙҙы күтәреү өсөн ошондай саралар ойошторайыҡ, атыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләйек.
Алмас Шөгөров, башҡорт тоҡомло һәм спорт аттары үрсетеү менән шөғөлләнеүсе фермер хужалығы башлығы, Иҫке Сибайҙан:
-Башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалыу бик мөһим һәм ул беҙҙең халҡыбыҙҙың бөгөнгө иң мөһим бурыстарының береһе булып тора. Минеңсә, был мәсьәлә республика кимәлендә хәл ителергә тейеш, сөнки күңелде борсоған проблемалар бик күп. Мәҫәлән, беҙ спорт аттарын үрсетеү менән шөғөлләнәбеҙ. Билдәле булыуынса, республика кимәлендә “Терра Башҡортостан” исемле ат сабыштары ойошторола. Һәм унан беҙҙе төшөрөп ҡалдырҙылар. Ә нишләп ярышты үҙебеҙҙең Урал аръяғында ойоштормаҫҡа? Уны мотлаҡ ойошторасаҡбыҙ. Сөнки бер тапҡыр Өфөгә ярышҡа барып ҡайтыу кәмендә 20-25 мең һумға баҫа, ә бит һәр райондан унда 10-15 йылҡысы бара. Күреүебеҙсә, Урал аръяғынан “Аҡбуҙат”та ойошторолған ярышта ҡатнашыу бик күп сығымдар талап итә. Шуның өсөн үҙебеҙҙең төбәктә Урал аръяғының ат сабыштарын үткәреү мотлаҡ. 11 октябрҙә иһә, Республика көнөндә, Өфөгә барырға ризабыҙ.
Ошо кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙан махсус комиссия һәм Урал аръяғы йылҡысыларының айырым ассоциацияһын булдырыу ҙа күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Башҡорт тоҡомло йылҡыны ислам ҡанундарына ярашлы салыу һәм хәләл продукция етештереү буйынса беҙҙең фермер хужалығы күптән түгел патент алыуға иреште. Был – Башҡортостанда хәләл башҡорт атының итен эшкәртеүсе тәүге предприятие. Минеңсә, йылҡы һимертеү буйынса айырым майҙансыҡтар булдырыу, хәләл мал һуйыу цехтары асыу зарур. Хәләл йылҡы итенә ихтыяж һәр саҡ ҙур – Өфөлә, мәҫәлән, көн дә 1,5 тонна алырға риза булған магазиндар бар. Тик бында дәүләт тарафынан иғтибар ғына кәрәк.
Илгиз Сафин, Сибайҙан “Тарпан” ЯСЙ-һы етәксеһе:
-Беҙ бына нисәмә йыл инде башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы алыу өсөн тырышабыҙ. Әммә бушҡа ғына – бюрократизм арҡаһында хыялыбыҙ тормошҡа ашмай. Был хәл ҡасанға тиклем дауам итер икән?
Миңнур Яратова, “Тарпан” ЯСЙ-һының зоотехник-селекционеры:
-Беҙгә булғанын һаҡлап ҡалырға кәрәк. Минеңсә, тәүҙән үк, ҡолон тыуғандан алып уҡ, мотлаҡ беренсел иҫәп булырға тейеш. Үрсемдең өсөнсө көнөнә үк уға чип ҡуйыу мөһим. Көҙ инде йылҡыны тамғаларға кәрәк.
Тоҡомсолоҡ буйынса махсус иҫәп алып барыу тәбиғи. Башҡорт атының тоҡом булараҡ сифаты насарайыуына, малдың ыуағая барыуына зарланабыҙ. Был нилектән килеп сыға һуң? Сөнки тейешле тоҡомсолоҡ буйынса иҫәп юҡ. Йылдар буйы бер үк айғырҙан тыуған ҡолондар башҡаса нисек булһын. Шулай булғас, айғырҙың тоҡомон ныҡлап тикшереп, икенсе райондан алырға тырышығыҙ. Әйткәндәй, һәйбәт көтөүсе табыу ҙа бөгөн актуаль мәсьәлә. Яҡшы эш хаҡы алған, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған көтөүсе лә беренсел иҫәпте алып бара ала.
Айнур Вәлишин, райондың ветеринария станцияһының эпизоотик бүлеге начальнигы:
-Беҙгә иң беренсе сиратта йылҡы малының аныҡ һанын билдәләргә кәрәк. Ә бының өсөн аттарға чип ҡуйҙырыу, уларҙы тамғалау зарур. Беҙҙең районда, йәшерен-батырыны юҡ, йылҡының 50 проценты иҫәпкә алынмаған. Сөнки халыҡ малға яңы һалым индерелеүҙән ҡурҡа. Минең мәғлүмәт буйынса, әлегә ундай һалым булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта мин бесәнлектәрҙе, баҫыуҙарҙы тапаған һәм көтөүһеҙ йөрөгән йылҡыны бикләү өсөн штраф кардалары булдырырға тәҡдим итәм. Шунһыҙ беҙ тәртип булдыра алмаясаҡбыҙ.
Арслан Иҫәнов, Йомаштан фермер хужалығы башлығы:
-Беҙҙең Урал аръяғы төбәгендә йылҡы итен һәм ҡымыҙын һатыу мәсьәләһе иң киҫкен проблема булып тора. Был тәңгәлдә дәүләт кимәлендә ошо продукцияны һатыуҙың берәй механизмын уйлап тапҡанда бигерәк тә отошло булыр ине. Сөнки йылҡысылыҡ продукцияһын ҡайҙа итергә белмәйбеҙ.
Ревнер Байтуллин, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары:
-Бөгөн был “түңәрәк өҫтәл” дә бик тә мөһим мәсьәлә тикшерелә. Ысынлап та, башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу бик тә мөһим һәм был тәңгәлдә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы бөтә яҡлап та мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн барыһын да эшләйәсәк. Сөнки башҡорт тоҡомон юғалтырға ярамай! Иң беренсе сиратта тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртыу, башҡорт тоҡомоноң үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, икенсе тоҡом менән ҡушмау мөһим. Шул уҡ ваҡытта “Терра Башҡортостан” тигән турнирҙы Урал аръяғы өсөн айырым ойоштороуҙы ла мин хуплайым.
Йылҡысылыҡ спорты үҫешкән төбәк булараҡ, спорт аттарын һынау үткәрергә Өфөгә түгел, ә үҙегеҙҙә лә мөмкиндер тип уйлайым, бының өсөн стандарт түңәрәк эшләтергә булалыр.
Минеңсә, был һөйләшеүҙең дауамы булырға һәм ул бөтөн Урал аръяғы райондары йылҡысыларын берләштерергә тейеш. Конференция рәүешендә үтәсәк һөйләшеүгә БР Ауыл хужалығы министрлығы, БР Компетенция үҙәге, тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе предприятиелар, башҡа ойошмалар вәкилдәре саҡырыласаҡ.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар һуңынан үҙҙәренең ассоциацияһын булдырҙы, махсус ҡарар ҡабул итте. Ошо ҡарар сиктәрендә Баймаҡ районында “Терра Башҡортостан” турнирын үткәреү, төбәк кимәлендә ҡымыҙ етештереүселәр конкурсын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә һәм Ауыл хужалығы министрлығына башҡорт тоҡомло йылҡыны һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ҡарала.
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас: