Бөтә яңылыҡтар
20 Ғинуар 2020, 13:25

Ғаилә нигеҙе - балала!

Йылым ауылы халҡы ҡыштың һәр бер көнөн файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты;

Йылым ауылы халҡы ҡыштың һәр бер көнөн файҙалы итеп уҙғарырға тырыша. Урында саф һауала ғаилә менән ял итеү, балаларҙың ялын ойоштороу буйынса күп саралар үтә. Былай ҙә әүҙем йәшәгән төбәктә, ошо көндәрҙә “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре булып, асыҡ һауала матур байрам сараһы ойоштороп ҡайтты. Тәүҙә улар балалар һәм ололар өсөн төрлө ярыштар үткәрҙе. Саф һауалағы уйындар барыһына ла оҡшаны. Кескәйҙәр ҡунаҡтарҙан тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Һуңынан бергәләп ҡайнар сәй менән һыйландылар. Ауыл халҡы белгестәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән дә мөрәжәғәт итте.

Читайте нас: