Бөтә яңылыҡтар
17 Ғинуар 2020, 11:15

Берҙәм халыҡ йәшәй Йылымда

Йылым ауылында сағыу сара үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисә Йылым ауылында халыҡ сходы үтте. Унда Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова, участка уполномоченныйы Динар Юнысов ҡатнашты. Йыйылышҡа халыҡ дәррәү йыйылды. Унда көнүҙәк һорауҙар күтәрелде, енәйәтселекте, эскелекте иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды. Халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарына аныҡ яуаптар алды.

Сараны дауам итеп Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары матур, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Дәртле бейеүҙәре, матур йырҙары, моңдары менән улар ауыл халҡының күңелле ял бүләк итте.

Читайте нас: