+11 °С
Болотло
Башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Унда башҡорт атын бөгөнгө шарттарҙа һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктә тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу, ат ярыштары һәм ҡымыҙ етештереүселәр конкурстары үткәреү, айырым ассоциация төҙөү, йылҡыны көтөүҙе яйға һалыу мәсьәләләре тикшерелде. Махсус ҡарар ҡабул ителеп, башҡорт тоҡомон һаҡлау буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт ҡабул ителде.
Азамат Мөхәмәтшин.