Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Ғинуар 2020, 20:30

Йомаштыҡылар үәт баҫа!

Ошо сәғәттәрҙә Йомашта "Һеҙҙекеләр баҫамы ни, Йомаштыҡылар вәт баҫа!" исемле бейеү бәйгеһе тамамланды. Кем еңеү яуланы һәм 5 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Йомаш ауылында шаулап-гөрләп "Һеҙҙекеләр баҫамы ни?
Йомаштыҡылар вәт баҫа!" исеме аҫтында бейеү бәйгеһе үтте. Унда барлығы 30-ға яҡын кеше ҡатнашты. Конкурстың бағыусыһы булып ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн Өфөлә йәшәүсе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы Хәмиҙә Барлыбаева сығыш яһаны. Ул бәйгенең еңеүсеһенә - 5 мең һум, ҡалған ике призлы урындарға 3 мең һәм 2 мең һум премия тапшырҙы. Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы. Ә шулай ҙа күпселек тауыш менән ошо ауылда йәшәгән Лүзә Байсубакова лайыҡлы рәүештә иң оҫта бейеүсе тип танылды. Икенсе урынды Салиха Абдрахманова яуланы. Уларҙың икеһе лә Йомаштан. Ә бына өсөнсөгә иһә Билалдан Дилара Әхмәтова сыҡты. Еңеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ! Был ярыш Йомашта дәртле, һәләтле, ижадты яратҡан һәм берҙәм халыҡ йәшәгәнен күрһәтте. Афарин, йомаштар!
Сараның фотолары менән ошо һылтанма аша таныша алаһығыҙ, авторы - Илүзә Бай.
https://vk.com/album-99553152_269510762
Читайте нас: