Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 19:36

Башҡорт аты һәм башҡорт халҡы - айырылғыһыҙ йәндәр

Ҡайҙа ҡарама, башҡорт тоҡомло аттарҙың тибендә йөрөүе күҙгә ташланды. Ирекһеҙҙән күңелдә шундай фекер яралды: аттарыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә бер тоҡомдан икәнбеҙ, йәғни айырылғыһыҙ йәндәр кеүек.

Һуңғы көндәрҙә Баймаҡ, Әбйәлил райондарында күп йөрөргә тура килде. Ҡайҙа ҡарама, башҡорт тоҡомло аттарҙың тибендә йөрөүе күҙгә ташланды. Ирекһеҙҙән күңелдә шундай фекер яралды: аттарыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә бер тоҡомдан икәнбеҙ, йәғни айырылғыһыҙ йәндәр кеүек. Башҡорт халҡы борон-борондан азатлыҡ өсөн быуаттар буйына көрәшкән, ерен-һыуын, телен, милләтен һаҡлау өсөн йәнен аямаған. Һәм бөгөн дә ошо көрәш юлында бара, һаман теле, ере, милләте өсөн йән ата. Йәғни, башҡорттоң тормошо бер ҡасан да еңел булмаған. Иң бай ерҙә йәшәп тә бер ҙә мандығаныбыҙ юҡ әле. Башҡорт атының тормошо ла шул халҡыбыҙ кеүек. Борон-борондан ул башҡорттоң иң яҡын дуҫы булған, уны быуаттар буйы һаҡлап килгән. Һәм бөгөн дә башҡорт аты, башҡорт халҡы кеүек үк, үҙ йөҙөн юғалтмау өсөн көрәшә. Татарҙар беҙҙең аттарҙы үҙҙәренеке итһә лә, тарихи дөрөҫлөк барыбер тантана итәсәк. Ә тибендә йөрөгән аттар хәс тә башҡорт кешеһе кеүек: берәүҙән лә ярҙам алмай, үҙ көсө менән ҡыш сыға, ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Башҡорт аты һәм башҡорт кешеһе - айырылғыһыҙ йәндәр бит улар. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: