Бөтә яңылыҡтар
31 Декабрь 2019, 08:52

Гран-при – Ҡолсора ауыл биләмәһенә!

“Яңы йыл боҙ ҡаласыҡтары һәм театрлаштырылған тамаша” район конкурсы йыл һайын үткәрелә һәм унда иң-иңдәр билдәләнә. Был юлы ла ауыл биләмәләре халҡы был сараға бик яҡшы әҙерләнгән булып сыҡты.

Яңы йыл боҙ ҡаласыҡтары һәм театрлаштырылған тамаша” район конкурсы йыл һайын үткәрелә һәм унда иң-иңдәр билдәләнә. Был юлы ла ауыл биләмәләре халҡы был сараға бик яҡшы әҙерләнгән булып сыҡты.

Шуныһы һөйөнөслө, ниндәй генә замандар булмаһын, ниндәй генә һынауҙар килеп тыумаһын, халҡыбыҙ һәр ваҡыттағыса көслө рухлы, көр күңелле булып ҡала, иртәнге көнгә яҡты ышаныс менән аяҡ баҫа. Был Яңы йыл ҡаласыҡтары әҙерләүҙә лә асыҡ сағылды. Ауылдарҙың бер-береһенән уҙҙырып 2020 йылға әҙерләнеүе, иҫ киткес ҡаласыҡтар төҙөп ултыртыуҙары, халыҡҡа, айырыуса балаларға шатлыҡ бүләк итеүҙәре ҡыуаныслы күренеш.

Конкурс йомғаҡтары буйынса 3-сө урынды Йылайыр һәм Мерәҫ ауыл биләмәләре алды. 2-се урынды Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләре бүлеште. 1-се урын иһә Темәс ауыл биләмәһенә бирелде. Гран-приҙы Ҡолсора ауыл биләмәһе яуланы!

Әйтергә кәрәк, Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолсора, Түбәнге һәм Үрге Иҙрис, Муллаҡай ауылдары Яңы йылды ҡаршы алыуға йыл да юғары кимәлдә әҙерләнә. Бындай баһаны улар бер тапҡыр ғына яуламай. Быйыл да улар комиссия ағзаларын ысын мәғәнәһендә әкиәт ҡаласыҡтары менән таң ҡалдырҙы. Айырыуса Үрге Иҙрис ауылы сараға бик шәп әҙерләнгән. Улар “Шалҡан”, “Алтын балыҡ”, “Торна һәм төлкө” һ.б. әкиәттәрҙе һынландырған, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ҡарҙан танк, яралы яугир, еңеү поезы ла әүәләгән. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап тирмә лә ҡалҡып сыҡҡан. Хатта башҡорт халҡының легендаһы – Аҡбуҙат та урын алған.

Яңы йыл ҡаласығын эшләүҙә Ғәйфулла Мөхәмәтҡужин, Алмас Исламморатов, Нәзирә Мөхәмәтҡужина, Хәтирә Фәйзуллина, Гөлсәсәк Аллаярова, Ришат Үтәбаев һәм башҡалар күп көс һалған. Ә бына Динар Үтәбаев, Асия һәм Ихсан Ғайсиндар, Гөлфиә һәм Илсур Йосоповтар, Эльвира һәм Ирек Янғазиндар үҙҙәренең өйҙәре алдына ҡарҙан матур фигуралар эшләп ултыртҡан.

Түбәнге Иҙристәр ҙә байрамға матур әҙерләнгән. Тәлғәт Сафиуллиндың тройкаһы биҙәлеше менән һоҡландырҙы. Ҡаласыҡ та үҙенсәлекле эшләнгән. Яңы йыл алдынан ауыл егеттәре хоккей ҡумтаһы асып, бар халыҡты, айырыуса балаларҙы ҡыуандырҙы.

Ҡолсора ауылы халҡы әүҙемлеге менән айырылып тора. Барлығы 6 урында боҙ ҡаласығы, матур һындар барлыҡҡа килгән. Ауыл Советы депутаты Азат Ғафаровтың, уның округы ир-егеттәренең тырышлығы менән иҫ киткес матур боҙ ҡаласығы ҡалҡып сыҡҡан. Мәҙәниәт йорто алдында ла үҙенсәлекле Шыршы майҙансығы урын алған. Шулай уҡ Урал Мостафин, Самат Самарбаевтарҙың йорт биләмәләре лә башҡаларҙы үҙенә саҡырып тора.

Шуныһы һөйөнөслө, бындай тамашаны булдырыуға мәктәп уҡыусылары ла тос өлөш индергән: Йәштәр урамында йәшәүсе малайҙар Замир, Инсаф Сыңғыҙовтар, Ильяс Мөхәмәтйәнов, Ғәлинур Самарбаевтар һырғалаҡ эшләгән, ҡарҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, бәләкәй поезд, башҡа һындар яһағандар. Афарин!

Муллаҡайҙар ҙа конкурсҡа ихлас ҡушылған, ауыл уртаһында ҡаласыҡ эшләнгән. Зилә һәм Таһир Хисмәтуллиндар йорт алдарында төрлө һындар яһап ҡуйған.

Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡын лайыҡлы еңеү яулауҙары менән ҡотлайбыҙ, Яңы йылда ла яңы уңыштар теләйбеҙ. Изге теләктәрҙе барлыҡ ауыл биләмәләре халҡына ла еткерәбеҙ. Төклө аяғың менән, Сысҡан йылы!

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: