Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге Ленин исемендәге кооператив 2019 йылды юғары ҡаҙаныштар менән тамамланы. Республика кимәлендә танылған хужалыҡ үҫпмлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү буйынса уҙған йылда ла берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәне, район хеҙмәт ярыштарында еңеп сыҡты. Был иһә бөтөн коллективтың йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәте тураһында һөйләй.
Ленин исемендәге АХК үҙенең алдынғы белгестәре, хеҙмәтсәндәре менән район кимәлендә билдәле. Таулыҡай фермаһынан Айгөл Сәғәҙәтова намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яулаған, хеҙмәт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән һауынсыларҙың береһе.
Айгөл Булат ҡыҙының барлыҡ хеҙмәт юлы урындағы хужалыҡ менән бәйле. Урта мәктәпте тамамлағас та, ул кооперативҡа эшкә килә һәм бөгөнгәсә фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ул тәүҙә ашханала ашнаҡсы була, һуңғы алты йылда Таулыҡай фермаһында һауынсы булып эшләй. Ошо йылдар эсендә А.Сәғәҙәтова ҙур тәжрибә тупланы, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелде.
Уҙған хужалыҡ йылында ла һынатманы ул – үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 119 тонна, фураждағы һәр һыйырҙан 3960 кг һөт һауып алып, кооператив буйынса иғлан ителгән ярышта 2-се урынды яуланы.
Яңы йыл Айгөл Сәғәҙәтоваға тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ алып килде: ул “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк!” акцияһында шәп бүләк – термопот отто!
Таулыҡай ауылының матур ғаиләһе – Айгөл һәм Фуат Сәғәҙәтовтарҙы ҡотлайбыҙ, Яңы йылда яңы уңыштар теләйбеҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.