Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 19:00

"Сысҡан йылын ҡаршылап" конкурсы еңеүсеһе билдәләнде!

“Һаҡмар” гәзитенең социаль селтәрендә иғлан ителгән “Сысҡан йылын ҡаршылап” конкурсы тамам. Ни бары ике генә аҙна дауам иткән шиғри бәйгелә ҡатнашыусылар артыҡ күп булмаһа ла, береһенән-береһе матур шиғырҙар алып ҡыуандыҡ. Уларҙың һәр береһе гәзитебеҙҙең сайтында сағылыш тапты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Ә шулай ҙа кем еңеүсе булды? Уның менән беҙҙең сайтҡа инеп таныша алаһығыҙ.

Һаҡмар” гәзитенең социаль селтәрендә иғлан ителгән Сысҡан йылын ҡаршылап” конкурсы тамам. Ни бары ике генә аҙна дауам иткән шиғри бәйгелә ҡатнашыусылар артыҡ күп булмаһа ла, береһенән-береһе матур шиғырҙар алып ҡыуандыҡ. Уларҙың һәр береһе гәзитебеҙҙең сайтында сағылыш тапты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Шулай итеп, Сысҡан йылын ҡаршылап” конкурсында еңеүсе итеп, Баймаҡ ҡалаһынан Нурғәле Садыҡов билдәләнде. Хәбәр итеүебеҙсә, уның шиғырҙарын беҙгә тормош иптәше Резеда Садыҡова ебәргән ине. Нурғәле Садыҡов “Заман” магазины хужаһы Таштимер Фәхрисламов әҙерләгән йылы юрған менән бүләкләнә. Һеҙҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ!

Ҙур хөрмәт менән, “Һаҡмар”ҙар.

Читайте нас: