Бөтә яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 10:55

Сысҡан ҡунаҡҡа килә

Хөрмәтле дуҫтар! Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында иғлан иткән "Сысҡан йылын ҡаршылап" конкурсы тамам. Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән һуңғы ижад емешен тәҡдим итәбеҙ. Баймаҡ ҡалаһынан Резеда Садыҡова үҙенең тормош иптәше Нурғәле Садыҡованың шиғыры менән беҙҙең конкурста ҡатнаша. Бөгөн киске сәғәт 5-тә конкурстың һөҙөмтәһен иғлан итәсәкбеҙ.

Сысҡан ҡунаҡҡа килә

Яңы йылды көтөп

Биҙәлде шыршы.

Ултыра өй түрендә,

Бигерәк ҡупшы.

Ҡыш бабай килгән,

Арҡаһына тоҡ аҫҡан.

Минең йыл етте тип,

Ҡыуана Сысҡан.

Һыуыҡ биттәрҙе өшөтә

Һикертә, бейетә.

Балалар сана шыуа

Донъя яңғрата.

Аҡ сысҡан беҙгә

Килтерһен бәхет.

Шатлыҡ һәр кемгә,

Килтерһен тәхет.

Нурғәле Садыҡов.

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: