Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 12:50

“Игентау” тәүге продукцияһын тәҡдим итте

Баймаҡта ит етештереү цехы асылды#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ районы фермерлыҡ һәм кооперация йүнәлештәрен үҫтереү, был йүнәлештә яңы производстволар асыу, ошо тәңгәлдә йәштәрҙе дәүләт программаларына йәлеп итеү буйынса республикала үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Бөгөн беҙҙең район крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм кооперативтар һаны буйынса Башҡортостанда алдынғы урынды биләй.

Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы республикала кооперация йүнәлешенең үҫеүенә этәргес көс булды. Әлбиттә, бындай дәүләт ярҙамынан баймаҡтар ҙа ситтә ҡалманы һәм улар программала ҡатнашырға йөрьәт итте. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәне – ике йыл эсендә генә лә тап ошо проект ярҙамында райондың туғыҙ кооперативы еңеп сыҡты һәм улар бөгөн уңышлы эшләй. Йома көнө Баймаҡ ҡалаһында шундай бер ҡеүәтле производство - “Игентау” кооперативының ит етештереү цехы тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Уның асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков ҡатнашты.

Игентау” кооперативы рәйесе Азамат Хәйҙәр улы Ильясов - уңған, үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләүсе, алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙарҙың береһе. БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған егет байтаҡ йылдар инде бизнес менән шөғөлләнә: утын да әҙерләп һата, күмер ҙә яндыра, һуңғараҡ йорттар төҙөү буйынса махсуслаша. Хәҙер инде ул ауыл хужалығы буйынса үҙ эшен асып ебәрҙе. Бының өсөн ул үҙенең йорто биләмәһендә заман талаптарына яуап биргән цех бинаһы төҙөп ултыртты.

-”Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында ҡатнашып, үҙебеҙҙең проектты яҡлап сыҡтыҡ һәм еңеүгә өлгәштек, - ти Азамат Хәйҙәр улы. - Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙҙең “Игентау” каооперативын булдырҙыҡ һәм дәүләттән 3 млн һум грант алдыҡ. Ошо суммаға бөтә кәрәкле ҡоролма һәм һыуытҡыс, шулай уҡ Газель автомобиле һатып алдыҡ.

Бөгөн ит эшкәртеү өсөн сеймал базаһының да булыуы мотлаҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең проблема юҡ, сөнки кооперативта 39 пайсы ағза булып тора, ә улар һыйыр, йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Шулай булғас, ярымфабрикаттар етештереү өсөн сеймал етерлек.

Әле “Игентау” кооперативы ете төр продукция етештерә, атап әйткәндә, билмән, тефтель, фрикадельки, кәтлит, бынан тыш фарш, ит махсус ҡаптарға һалып сығарыла. Шуныһын айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел: тәүге продукция тик йылҡы итенән етештерелгән һәм хәләл, сифатлы, тәмле булыуы менән айырылып тора.

Азаматҡа башланғыстарында һәр саҡ ярҙам итеүсе, уны яңы эштәргә рухландырыусы әсәһе Наилә Һөйөндөк ҡыҙы менән кәләше Гөлзиә Айрат ҡыҙының да өлөшө ҙур яңы цехтың асылыуында.

Производство менән яҡындан танышҡандан һуң, Ирек Искәндәр улы яңы кооперативтың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, цехтың заман талаптарына тулыһынса яуап биреүен һәм уның тейешенсә йыһазландырылыуын билдәләне. Министр урынбаҫары “Игентау” кооперативының райондың ауыл хужалығы тармағы үҫешенә үҙ өлөшөн индерәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: