Бөтә яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 19:15

Иҫке Сибайҙа ла эштәр гөрләй!

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на Иҫке Сибай ауылы халҡы ышаныс күрһәтә. Ошо көндәрҙә быйыл да күмәк көс менән яулап алынған проект буйынса эштәр башланды. Бында электр селтәрҙәрен тулыһынса капиталь ремонт яһау ҡарала. Барлыҡ эштәре менән урамдарҙы яҡтыртыу буйынса "Каширин" шәхси предприятиеһы шөғөлләнә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на Иҫке Сибай ауылы халҡы ышаныс күрһәтә. Ошо көндәрҙә быйыл да күмәк көс менән яулап алынған проект буйынса эштәр башланды. Бында электр селтәрҙәрен тулыһынса капиталь ремонт яһау ҡарала. Барлыҡ эштәре менән урамдарҙы яҡтыртыу буйынса "Каширин" шәхси предприятиеһы шөғөлләнә.

Проект буйынса урамдарға 150 электр лампаһы ҡуйыласаҡ. Артып ҡалған суммаға тағы ла өҫтәмә 30-40 урынға лампа ҡуйыу планлаштырыла. Шулай итеп, Иҫке Сибай ауылына яҡтылыҡ килә. Был улар өсөн бик шәп Яңы йыл бүләге буласаҡ.

Читайте нас: