Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 17:30

“Йомаштыҡылар вәт баҫа!”

Йомаш ауылы ҡыҙы, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән Хәмиҙә Барлыбаева ауылдаштары өсөн бик тә шәп сара ойошторорға ҡарар иткән. “Йомаштыҡылар вәт баҫа!” тип аталған конкурсҡа ул бейеүселәрҙе саҡыра. Үҙенең махсус призын да булдырған. 1-се урынға – 5 мең һум, 2-се урынға – 3 мең һум, 3-сө урынға 2 мең һум премия тапшырасаҡ. Конкурста ҡатнашҡан ҡалған бейеүселәр ҙә буш ҡалмаясаҡ, уларға ла иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ, тип белдерә Хәмиҙә ханым Барлыбаева. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылы ҡыҙы, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән Хәмиҙә Барлыбаева ауылдаштары өсөн бик тә шәп сара ойошторорға ҡарар иткән. “Йомаштыҡылар вәт баҫа!” тип аталған конкурсҡа ул бейеүселәрҙе саҡыра. Үҙенең махсус призын да булдырған. 1-се урынға – 5 мең һум, 2-се урынға – 3 мең һум, 3-сө урынға 2 мең һум премия тапшырасаҡ. Конкурста ҡатнашҡан ҡалған бейеүселәр ҙә буш ҡалмаясаҡ, уларға ла иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ, тип белдерә Хәмиҙә ханым Барлыбаева.

Абруйлы ханым бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Бөгөн ул хаҡлы ялда. Үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгәндә, ауылдаштары өсөн ҙур байрам ойоштормаҡсы.

Сара ҡышҡы каникулда уҙасаҡ. Шулай итеп, Йомаш бейеүселәре, конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Читайте нас: