Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 19:10

“Өләсәйем һандығы”

Ниғәмәт урта мәктәбендә ауыл “Ағинәйҙәр”е мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн милли колорит менән һуғарылған, бай фәһемле “Өләсәйем һандығы” тип аталған кисә уҙғарҙы. Унда 2-се Этҡол, Байым, Үрге Яйыҡбай ауылдары “Ағинәйҙәре” лә ҡатнашты.

Ағинәйҙәр һандыҡтағы ҡомартҡылары: боронғо күлдәк, селтәр, ҡашмау, биҙәүестәр, шәлдәр, ҡорамалар тураһында һөйләне. Уларҙың асылы менән таныштырҙылар. Уҡыусылар ҡунаҡтарға матур концерт номерҙары күрһәтте. Йырҙар, бейеүҙәр бүләк иттеләр. Ауылдың абруйлы өләсәйҙәре балаларға үҙҙәренең теләктәрен әйтте, вәғәздәрен һөйләне. Ҡунаҡтар Ниғәмәт ағинәйҙәренең мәктәптәге милли рухта биҙәлгән бүлмәһе менән танышты. Бындай сара киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Читайте нас: