Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 13:45

Бетерәләр ҙә конкурсҡа ҡушылды

Бетерә ауылы халҡы ла районда иғлан ителгән “Әкиәт ҡаласығы” конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткән. Урман ҡунағы – шыршы килеп тә ултырған. Хәҙер иһә ауыл халҡы күмәк көс менән төрлө-төрлө әкиәт персонаждарын һынландырған ҡаласыҡ төҙөй башлаған. Был сарала мәктәп коллективы, ауылдың барлыҡ уңған, талантлы әсәйҙәре лә ихлас ҡушылған. Улар ҡуланын ниндәй боҙ һындар ҡалҡып сыҡҡан? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бетерә ауылы халҡы ла районда иғлан ителгән Әкиәт ҡаласығы” конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткән. Урман ҡунағы – шыршы килеп тә ултырған. Хәҙер иһә ауыл халҡы күмәк көс менән төрлө-төрлө әкиәт персонаждарын һынландырған ҡаласыҡ төҙөй башлаған. Был сарала мәктәп коллективы, ауылдың барлыҡ уңған, талантлы әсәйҙәре лә ихлас ҡушылған.

Ошо көндәрҙә “Әкиәт ҡаласығы” әҙер буласаҡ. Балалар өсөн был Яңы йыл бүләге буласаҡ. Төпкөл ауылдарға ла Ҡыш бабай барып етәсәген бетерәләр тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Афарин!

Читайте нас: