Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 17:45

Янғаҙы урамдары яҡтыртыла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһы төбәктәрендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмалары системаһын яҡшыртыу" программаһы буйынса районда эштәр әүҙем дауам итә. Был тарафта бөтә ауылдарҙа ла саралар күрелә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһы төбәктәрендә урамдарҙы яҡтыртыу ҡоролмалары системаһын яҡшыртыу" программаһы буйынса районда эштәр әүҙем дауам итә. Был тарафта бөтә ауылдарҙа ла саралар күрелә.

Ошо көндәрҙә Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған Янғаҙы ауылында ла урамдарҙы яҡтыртыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлашты. Бөгөн бында электр селтәрен модернизациялау тамамланды. Ауыл бәләкәй. Ләкин уларҙа ла халыҡ йәшәй. Урамдағы 8 бағанаға лампа ҡуйылған. Ошо көндәрҙә яңы лампалар урамдарҙы яҡтырта башланы.

Читайте нас: