Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 10:25

Йомаштарға нимә кәрәк?

Йомаш ауылы халҡы “Урындағы үҙидара башланғыстарын яҡлау” программаһына ҡушылырға ҡарар иткән. Ошо тәңгәлдә уҙған йыйылыштарҙа һәр кем үҙенең тәҡдимен индергән һәм улар ныҡлап өйрәнелгән. Йыйылыш барышында йомаш ауылы халҡы ниндәй проектты яҡлап сыҡҡан? Ошо хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йомаш ауылы халҡы “Урындағы үҙидара башланғыстарын яҡлау” программаһына ҡушылырға ҡарар иткән. Ошо тәңгәлдә уҙған йыйылыштарҙа һәр кем үҙенең тәҡдимен индергән һәм улар ныҡлап өйрәнелгән. Ә шулай ҙа күпселек тауыш менән йомаштар ауылға МТЗ-82 тракторы алырға кәрәк, тигән ҡарар ҡабул итте. Инициатив төркөм үҙ эшен башланы ла инде.

Әйтергә кәрәк, “Урындағы үҙидара башланғыстарын яҡлау” программаһы ике йыл рәттән Йомаш ауылы биләмәһенә ҡараған Юлыҡ ауылына йүнәлтелгән булған. Уның ярҙмында урындағы мәктәп төҙөкләндерелгән. Шуның менән белем усағындағы бер нисә проблема хәл ителгән. Быйыл иһә инициативаны йомаштар үҙ ҡулдарына алған. Тәүге тапҡыр был программала ҡатнашыуҙарын иҫәпкә алып, урында аңлатыу эштәре алып барыла. Башҡа тарафтарҙа уның һөҙөмтәһен күргән ауыл халҡы проектҡа дәррәү ҡушылыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Әйткәндәй, Йомашта боҙ ҡуҙғалды. Ошо көндәрҙә өр-яңы ауыл ҡапҡаһы ла ҡуйылды. Ул күмәк көстөң бер һөҙөмтәһе булып тора.

Читайте нас: