Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 18:15

Төклө аяғың менән ҡомаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар, "Һаҡмар" гәзитенең 2020 йылға яҙылыусылар араһында Сысҡан (ҡомаҡ) йылына ҡарата конкурс дауам итә. Шул уңай менән һеҙҙән шиғырҙар киләһе башланы ла инде. Конкурстың шарттары бик ябай: ошо яҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгә алып ҡуйығыҙ һәм ул нығытылған булһын (өс яңылыҡтан да аҫҡа төшмәһен). Ижад емештәрегеҙҙе ошо һылтанмаға ташлағыҙ: https://vk.com/id121573296 (Лилиә Такаеваға)Һеҙгә Гөлфирә Йосопованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ!

Төклө аяғың менән ҡомаҡ!

Йылдарҙың алмашыныуы

Ун ике йылға бер ҡабатлана.

Яңы йылдың килеүен көтөп,

Күңелдәр ҡанатлана.


Күбәйеп китһә сусҡа,

Һарайҙы ҡомаҡ баҫа.

Сусҡа йылы артынан

Ҡомаҡ килә лә баһа.


Сусҡа аяҡ арты еңел,

Келәттә ишәйә тамаҡ.

Ағыуға ла, ҡапҡанға ла

Бирешмәй, үрсей ҡомаҡ.


Алғы тешен ыржайтып,

Нәҙек мыйығын тырпайтып,

Һоро тунын ялпылдатып,

Ҡомаҡ килә һағайтып.


Сираты еткән икән,

Килһен әйҙә шул ҡомаҡ.

Теләгән теләктәре

Булһын изге, аҡтан-аҡ!

Гөлфирә Йосопова.

Читайте нас: