Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 18:30

Нигеҙ ҡото - сысҡан йылы

Хөрмәтле дуҫтар, "Һаҡмар" гәзитенең 2020 йылға яҙылыусылар араһында Сысҡан (ҡомаҡ) йылына ҡарата конкурс дауам итә. Шул уңай менән һеҙҙән шиғырҙар киләһе башланы ла инде. Конкурстың шарттары бик ябай: ошо яҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгә алып ҡуйығыҙ һәм ул нығытылған булһын (өс яңылыҡтан да аҫҡа төшмәһен). Ижад емештәрегеҙҙе ошо һылтанмаға ташлағыҙ: https://vk.com/id121573296 (Лилиә Такаеваға)Һеҙҙең иғтибарға Рәсимә Вәлиеваның шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

1. Һаҡмар гәзитендә конкурс.

Яҙылып,өлгөрөп ҡалайым.

Бигерәк юрғаным туҙған.

Шиғыр яҙып ҡарайым.

2. Юрған алһаң ҡыҙыҡ инде.

Бүләкте ябынып ятаң.

Юрған менән бергә үҙеңә.

Аҡсалы кейәү тапһаң.

3. Яңы 2020 йыл килә!

Яңы шатлыҡтар менән!

Ысын күңелдән теләйем.

Бөтәбеҙгә именлек!

4. Сысҡан йылы һүҙен аңла,

Ике мәғәнәле һүҙ.

Уйлай ҡуйма, ҡасандыр бер.

,,Ыштанға сысҡан йыл,,- тип.

5. Сысҡан йылы - ,,сысҡан йылың,,

Булмаһын - тиеп бер үк.

Рәхмәт инде Хәбировҡа.

Эскелекте туҡтатҡан!

6. Яңы йыл - ғаилә байрамы.

Эсеп сусҡаланмайыҡ!

Сеү! Сусҡа ишетмәһен!

Әле ул йылға хужа.

7. Аҡ япма ябып өҫтәлгә.

Ҡаршылайыҡ байрамды.

Уйынсыҡ сысҡанға сыр биреп.

Шыршыны матур биҙәп!

Рәсимә Вәлиева.

Читайте нас: